+29 °С
Ясно
VK
Яңылыҡтар
23 Ноября 2022, 08:45

“ВКонтакте” селтәрендә ултырыуы ҡыҙыҡ икән!”

ВЦИОМ Рәсәй халҡы араһында һораулама үткәргән. Һөҙөмтәләр буйынса, илдәге иң билдәле, киң ҡулланылышлы мессенджер – ул “ВКонтакте”, йәғни, беҙҙеңсә әйткәндә, “Бәйләнештә” социаль селтәре. Һуңғы арала унда бигерәк тә балалар күпләп ултыра башлаған.

“ВКонтакте” селтәрендә ултырыуы ҡыҙыҡ икән!”“ВКонтакте” селтәрендә ултырыуы ҡыҙыҡ икән!”
“ВКонтакте” селтәрендә ултырыуы ҡыҙыҡ икән!”

Башҡортостанда VK селтәре менән 2 018 000 кеше ҡуллана, уларҙың араһынан 253 000 – йәш быуын, йәғни, ун һигеҙҙәре тулмаған балалар һәм үҫмерҙәр.

Мессенджерҙарҙы мәктәп тормошонда килеп тыуған һорауҙарҙы хәл итеү өсөн ҡулланыу уңайлы. VK-ла телефон кенәгәһендә теркәлгән кешеләр менән дә яҙышып була. Хәбәрҙәрҙе ваҡыт үтеү менән юйылыуға көйләү мөмкин, күпме теләйһең, шунса аудио йәки видеошылтыратыу аша аралашаһың. Музыка, стикерҙар, фото, видео, битлектәр – “Бәйләнештә” барыһы ла бар.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас