+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2022, 16:18

Беҙҙең Аҡмулла!

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ошондай исем аҫтында мәғрифәтселек мәктәбе эшләй. Маҡсаты – йәш быуын араһында мәғрифәтселек һәм гуманизм идеяларын таратыу, башҡорт телендә ижад иткән йәш шағир-яҙыусыларҙың ҡәләмен нығытыу.

Беҙҙең Аҡмулла!
Беҙҙең Аҡмулла!

Проектты башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусыһы, Көнсығыш телдәре үҙәге етәксеһе Айтуған Ҡоланшин етәкләй, командала – башҡорт филологияһы факультеты студенттары һәм аспиранттары.

"Беҙҙең Аҡмулла"ның остаздары – башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова, университеттың Тәрбиә һәм йәштәр сәйәсәте департаменты директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вилдан Иҫәнгилдин.

Мәғрифәтселек мәктәбенең үҙәге – башҡорт филологияһы факультетында төҙөлгән китапхана. Ул үҙенә күрә бер әҙәби кафены тәшкил итә, бында һәләтле йәш авторҙар ижад менән шөғөлләнә, әҫәрҙәрен яҙа, исемдәре танылған ҡәләм әһелдәренән яҙыу серҙәренә төшөнә.

Проект сиктәрендә уның ҡатнашыусылары Мифтахетдин Аҡмулла, уның ижадына һәм эшмәкәрлегенә бәйле иҫтәлекле урындарға сәйәхәт ҡылған, билдәле аҡмулласыларҙың "алтын лекцияларын" тыңлаған, ошо рәүешле билдәле мәғрифәтсенең тормош юлын ентекләп өйрәнгән.

Китапханала йәш авторҙар өсөн Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевтың, яңы быуын шағирәһе Айгөл Йәмилева-Ғәбитованың оҫталыҡ дәрестәре үтте.
"Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?" шиғри-акустик кисәһендә университет студенттары һәм республиканың йәш шағирҙары ҡатнашты, шиғырҙар, йырҙар менән сығыш яһаны.

Тағы ла бер күркәм күренеш – элек һәм бөгөнгө көндә башҡорт филологияһы факультетында уҡып "Тулҡын"әҙәби берекмәһендә ижад иткән студенттарҙың ижадтарын туплаған "Тулҡын" йыйынтығы донъя күрҙе. Унда ун туғыҙ авторҙың әҫәрҙәре тупланған.

Шулай уҡ проект сиктәрендә "Тулҡын" республика ижад бәйгеһе лә уҙҙы, иң-иңдәре "Шоңҡар" журналында донъя күрәсәк.

Беҙҙең Аҡмулла!
Беҙҙең Аҡмулла!
Беҙҙең Аҡмулла!
Беҙҙең Аҡмулла!
Беҙҙең Аҡмулла!
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: