Йыл һайын республикабыҙҙа яҡынса 2500 бала ваҡытынан алда тыуа.
Лилиә Хажиморатова улын 33-сө аҙнала ҡулына ала.
- Табиптар баламдың ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн ашығыс рәүештә кесарево киҫелеше эшләү кәрәклеген әйттеләр, бала үҫеүенән туҡтаған, ауырлығы бәләкәй. Аллаға шөкөр, Денис бер килограммдан артыҡ булып тыуҙы, юғиһә, артабан нимә булыры ла билдәһеҙ ине...
Бәпес бар күрһәткестәр буйынса имен-аман донъяға килә, үҙе тын ала, тыуғас та, илап ебәрә. "Илап ебәрә, тип, был илауға ла оҡшамаған, көскә ишетелгән бесәй балаһының тауышын хәтерләтә ине", – тип иҫкә ала әсә.
Әсә менән бала яңы тыуған һәм етлекмәй тыуған балалар патологияһы бүлегендә теүәл бер ай ята, быға сәбәп – бәпес тейешле ауырлыҡ массаһы йыя. Сыҡҡанда, Денис инде 2330 граммға етә.
Етлекмәй тыуған балаға әсә булыу уғата түҙемлек, көс талап итә.
Бала тыуғандан һуң, унан ваҡытлыса айырылып тороу үҙенә бер һынау. Палаталағы башҡа әсәйҙәр балалары менән бергә, ә һин бер үҙең. Бәпесеңде туғыҙ айға тиклем бөтәһе кеүек мажараһыҙ ғына йөрәк аҫтыңда йөрөтә алмауыңда үҙеңде ғәйепләй, борсола башлайһың, төшөнкөлөккә биреләһең... Күп илауҙан күҙ ҡабаҡтары шешә, үҙеңде был донъялағы иң яңғыҙ йән эйәһе итеп тояһың... – тип шул саҡтағы кисерештәре менән уртаҡлаша Лилиә һәм ошо хәлдә ҡалған башҡа әсәләргә кәңәш бирә:
Ҡыйын икәнен аңлайым, әммә, илауҙан, борсолоуҙан туҡта. "Мин дә, балам да һау-сәләмәт, барыһы ла яҡшы була" тип ҡабатла, үҙеңде ыңғай кисерештәргә көйлә. Һин тыныс икән, балаң да тыныс, һин нимә тояһың – ул да шуны тоя. Бәпесең янына барғанда йылмай! Уға "Һин миңә, һин был донъяға кәрәк, һине өйҙә көтәләр" – тип ҡабатла. Бишек йыры көйлә, киләсәктә нисек бергә уйнауығыҙ, ҡосаҡлашыуығыҙ хаҡында һөйлә.
Барыһы ла һинең кәйефеңдән тора. Яҡшыға ышанып, үҙеңде ыңғай яҡҡа көйләһәң, күр ҙә тор, барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлаясаҡ. Ауырлыҡ та йыйырһығыҙ, өйгә лә хатта ваҡытынан алда ҡайтырһығыҙ...
Бөгөн Лилиәнең улы Денисҡа инде дүрт йәш. Тиктормаҫ, теремек, ҡыҙыҡһыныусан малай ул. Көрәшкә йөрөй, бар малайҙар кеүек машиналар ярата.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала етлекмәй тыуған балалар араһындағы иң бәләкәй ауырлыҡ – 430 грамм. Бәпес ошо йылдың башында перинаталь үҙәктә донъяға килә.
Ошо рәүешле яҡты донъяға ашыҡҡан бар бәләкәстәргә, уларҙың ата-әсәһенә һаулыҡ, именлек насип булһын!