Уҡытыусылар Рәсәйҙең дүрт төбәгенән: Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм Сведловск өлкәһенән йыйылып, башҡорт телен өйрәнгәндә инновацион алымдар ҡулланыу хаҡында һүҙ алып барҙы.
Ике көн дауамында уҙған сара алтмыш ҡатнашыусыны тупланы. Конференцияла Башҡортостандан М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты белгестәре ҡатнашты.
Конференция сиктәрендә "Педагогтың һөнәри белеме башҡорт телен уҡытыу сифатын үҫтереү факторы" темаһы буйынса мәғариф коворкингы ойошторолдо. Шулай уҡ шиғриәт һәм музыка кисәһе уҙҙы, унда теләгән һәр уҡытыусы үҙенең һәләттәрен күрһәтә ала ине.
БДПУ-ның башҡорт теле һәм әҙәәбиәте кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Вадим Толомбаев уҡытыусыларға оҫталыҡ дәресе ойоштороп, башҡорт теле дәресендә мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу хаҡында һөйләне.