+17 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2022, 01:12

"Аҡбуҙат" Салауат кескәйҙәре менән осрашты

.

"Аҡбуҙат" Салауат кескәйҙәре менән осрашты
"Аҡбуҙат" Салауат кескәйҙәре менән осрашты

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә Салауат ҡалаһында "Ижади майҙан" йыйҙы. Сарала 15 район һәм ҡала вәкилдәре ҡатнашты. Республикабыҙҙың танылған шәхестәре ҡатнашыусыларҙы 11 майҙанға (кинематография, әҙәби-методик, ҡоролтай эшмәкәрлеге, хореография, фольклор, театр сәнғәте, халыҡ инструменттары, ата-әсәләр комитеты эшмәкәрлеге һ.б.) йыйып, йәнле аралашыу ойошторҙо, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Майҙансыҡтарҙа тел, мәҙәниәт, беҙҙең киләсәгебеҙгә бәйле мәсьәләләр күтәрелде. Салауат балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының һүрәттәр күргәҙмәһе ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.  

«Аҡбуҙат» журналы 50-се башҡорт балалар баҡсаһы кескәйҙәре менән осрашты. Балалар шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап ҡаршы алды.
Сара сиктәрендә баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларға туған тел, Башҡортостан, Рәсәй тураһында һөйләне.
Уйын формаһында төрлө һорауҙар биреп, бәләкәстәрҙең тел, тарих буйынса белемен дә тикшереп ҡараны. Шәжәрә ағасы хаҡында лә һөйләштеләр. «Һәр бала үҙенең телен, тарихын, шәжәрәһен белергә тейеш», - тигән фекерҙә Лариса Хашим ҡыҙы.

Оҫталыҡ дәресендә балалар журналыбыҙҙың рәссамы Майя Ҡәйүмова менән бесәй һүрәтен төшөрөргә өйрәнде. Иң матур һүрәт Әмир Байгилдиндеке тип табылды. Уның рәсеме "Аҡбуҙат" журналында баҫыласаҡ. Шулай уҡ уңышлы һүрәт авторҙары Йосопов Дамир, Кейекбаев Артур, Йәнтүрин Эмиль журналдың бүлек мөхәррире Гөлнара Мостафинаның «Хәйерле иртә!» китабын алып ҡыуанды.

Айһылыу Ҡулмөхәмәтова доға һөйләп күрһәтеп, дүрт телдәге китап менән бүләкләнде.

Осрашыу «Урал батыр» йәнһүрәтен ҡарау менән тамамланды.

Балалар был йәнле аралашыуҙан рух алып, үҙ телен яратырға, шәжәрәһен белергә тигән дәрт менән таралды.

«50-се балалар баҡсаһы 2021 йылдың авгусынан башҡорт балалар баҡсаһы тигән статус алған. Баҡсала 6 төркөм эшләй, унда 140 бала йөрөй. Төрлө түңәрәктәр эшләй. Башҡорт ауыҙ-тел ижадына, театрына айырыуса иғтибар бирәбеҙ, бар саралар ҙа туған телебеҙҙә уҙғарыла», - тип таныштырҙы балалар баҡсаһының етәксеһе Илүзә Байгилдина.

Баҡсаның музейы бик бай, йөкмәткеле. Музейҙың етәксеһе, тәрбиәсе Рәхимә Хәйбуллина тәрбиәләнеүселәрҙе милли рухта тәрбиәләү өсөн күп көс һала. «Милли уйын ҡоралдарыбыҙ, моңдарыбыҙ, фольклорыбыҙ, йолаларыбыҙ аша кескәйҙәрҙә телгә, тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләйбеҙ», - ти ул. Үҙе скрипкала ла, думбырала ла, ҡумыҙҙа ла уйнап күрһәтте.

«Ижади майҙан» сиктәрендә Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһында ла булып, этнографик музей һәм балаларҙың ҡул эштәре, роботлаштырыу техникаһы кластары менән танышырға ла насип булды. Бик тырыш, әүҙем балалар уҡый был гимназияла.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: