+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2022, 10:52

"Юлдаш plus" Милли йәштәр фестивале көтөлә

Хәҙерге башҡорт эстрадаһы ни хәлдә? Яңы исемдәр, асыштар бармы? Быларҙың барыһын да декабрҙә үткән Милли йәштәр фестивале күрһәтер. Сара уңайынан матбуған конференцияһы ойошторолдо, унда комиссия тарафынан төрлө номинацияларға кандидаттар билдәләнде. 

"Юлдаш plus" Милли йәштәр фестивале көтөлә
"Юлдаш plus" Милли йәштәр фестивале көтөлә

Өфөлә "Юлдаш plus" Милли йәштәр фестивале үтәсәк. Ул хәҙерге заман башҡорт эстрадаһы вәкилдәрен бер майҙанға туплай: декабрҙә "Торатау" конгресс-холлы сәхнәһендә иң һәләтле башҡарыусылар билдәләнеүе көтөлә.

Фестиваль уңайынан матбуғат конференцияһы уҙҙы. Сарала Милли йәштәр фестивале хаҡында һөйләп кенә ҡалманылар, билдәле сәнғәт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре төрлө номинацияларға тәҡдим ителәсәк кандидаттарҙы ла һайланы.

"Йыл йырсыһы","Йыл клибы","Йыл төркөмө", "Йыл шағиры", "Йыл асышы", һәм башҡалар – быларҙың барыһына ла тәғәйен башҡарыусылар тәҡдим ителгән. Уларҙың өсәүһе генә номинацияға үтергә тейеш, ә берәүһен, ошо титулдарға лайыҡлыны, инде финалда билдәләйәсәктәр.
Әйткәндәй, был сараны ойоштороусы төп көс – ул "Юлдаш plus" радиоһы. Башҡортостандағы берҙән-бер йәштәр интернет-радиоһы йыл да ошолай декабрҙә "себештәр һанай". Быйылғы сара Республика Башлығы грантына бойомға ашырыла, шуға күрә, ул үткән йылдағыларына ҡарағанда, киң масштабта үтәсәк.

Ултырышта номинанттарҙы һайлағанда һәр йәмәғәт һәм сәнғәт әһеле теге йәки был башҡарыусыға ҡарата үҙ фекере менән бүлеште.
"Йыл клибы"на номинаннтар билдәләгәндә, БЮТ каналының баш режиссеры Ярослава Феоктистова түбәндәгеләргә иғтибар итте:
"Клиб "лав-стори" ла, "ҡарағыҙ әле, мин матур, мин матур йырлайым" да булырға тейеш түгел. Клип – ул драматургия, уны ҡарағанда, тәндәр зымбырлап китергә тейеш". Башҡа комиссия ағзалары ла клип икән, унда тәғәйен тарих ятырға тейеш тип билдәләне.
Йырсыларға килгәндә, саундмейкер, композитор, йырсы Артур Кусимов уларҙың күбеһенең академик вокал менән йырлауын әйтте:

"Артист тәғәйен стиль ала икән, уның башҡарыуы ошо стилгә тоғро ҡалырға, ошо манерала булырға тейеш, ә күптәр академик вокал менән йырлауын дауам итә".

Йыл әйләнәһенә "Юлдаш plus" радиоһындағы хит-парадта алдынғылар рәтендә килгән йырҙар башҡарыусылары араһында яңы исемдәр ҙә, бынан яҡынса ике тиҫтә йыл элек башҡорт эстрадаһын "дер һелкеткән" инде таныш йырсылар ҙа етерлек. Уларҙың ижадына яңы һулыш өрөлгәндәй булһа, ҡайһы бер йәштәрҙең башҡарыуы, киреһенсә, ике меңеңсе йылдарҙа тороп ҡалғандай.

Хәйер, кемдең кемлеген, ниндәй һәләткә һәм тамашасы һөйөүенә эйә булыуын декабрҙәге "Юлдаш plus" Милли йәштәр фестивале күрһәтер.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: