+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2022, 11:18

АРЫҪЛАН БАТЫР МИҘАЛ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНДЕ

Ун дүрт йәшлек егет ут эсенән ике кешенең ғүмерен ҡотҡара. 

АРЫҪЛАН БАТЫР МИҘАЛ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНДЕ
АРЫҪЛАН БАТЫР МИҘАЛ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНДЕ

Ошо көндәрҙә Федерация Советында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған, батырлыҡ күрһәткән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
"Батырлыҡ өсөн" миҙалы Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан ун дүрт йәшлек Арыҫлан Шафиҡовҡа тапшырылды.

2022 йылдың мартында Арыҫлан үҙ ауылында ут тоҡанған мунсаны күреп ҡала. Малай янғын һүндереүселәргә шылтырата. Күҙ асып йомғансы ут өйҙө лә ялмай. Арыҫлан оҙаҡ уйлап тормай, уның эсенә ашыға, йорттағы аяҡһыҙ 2-се төркөм инвалидына һәм уның ҡатынына ут эсенән сығырға ярҙам итә. Хәтәр мәлдә тиҙ һәм дөрөҫ ҡарары менән Арыҫлан ике кешенең ғүмерен ҡотҡара.

Әйткәндәй, Арыҫлан үҙен бер ҙә батырға тиңләмәй. Үтә лә тыйнаҡ, оялсан, шул уҡ ваҡытта ғәҙел һәм ҡыйыу ул.

- Ул нимә эшләргә тейеш, шуны эшләне. Ҡыйыу ул тәрбиәләүемә шатмын, – ти Арыҫландың атаһы Айҙар Шафиҡов.

Арыҫлан менән бергә Федерация Советында ун алты төбәктән тағы ун һигеҙ бала бүләкләнде. Йәмғеһе, 54 төбәктән 150 бала миҙал менән тәбрикләнәсәк, уларға миҙалды төбәктәрендә тапшырасаҡтар.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: