+2 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2022, 12:01

ҮҘ ҒҮМЕРЕН ҠУРҠЫНЫС АҪТЫНА ҠУЙЫП БАЛАНЫ ҠОТҠАРА

Ҡаҙағстанда Сабит Шонтаҡбаев атлы егет эшкә китеп барғанында бер ихатала халыҡ өйөмөнә тап була. Баҡтиһәң, һигеҙенсе ҡаттың тәҙрәһендә бала эленеп тора, ул бына-бына ысҡынып ергә осасаҡ... Сабит оҙаҡ уйлап тормай, етенсе ҡатҡа менеп, ундағы фатир тәҙрәһе аша тышҡа сыға, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, әммә бәләкәсте ҡотҡара...

ҮҘ ҒҮМЕРЕН ҠУРҠЫНЫС АҪТЫНА ҠУЙЫП БАЛАНЫ ҠОТҠАРА
ҮҘ ҒҮМЕРЕН ҠУРҠЫНЫС АҪТЫНА ҠУЙЫП БАЛАНЫ ҠОТҠАРА

Башҡортостанда "Беҙҙең заман геройы" Бөтә Рәсәй телеизион йәмәғәт премияһы уҙа. Туғыҙынсы йыл рәттән ойошторолған сараға Рәсәй төбәктәренән генә түгел, Беларусь Республикаһынан, Ҡаҙағстандан да ҡунаҡтар көтөлә. Беҙ үрҙә телгә алған Сабит Шонтаҡбаев та көтөлә.


Сабит үҙе белдереүенсә, ул Өфөнән килгән саҡырыуға бик ғәжәпләнгән. "Башҡортостандың баш ҡалаһына сәйәхәтемде дүрт күҙ менән көтәм", – ти ул.
"Беҙҙең заман геройы" премияһы 11 ноябрь Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙа, сарала изге эштәр, батырлыҡ ҡылған һоҡланғыс кешеләрҙе бүләкләү ҡаралған.

 

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: