+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2022, 12:12

ҠУРСАҠ ТЕГЕП ӨЙРӘНЕҮЕ АУЫР ТҮГЕЛ

Өфөлә уҙған "Ҡаршылыҡтарҙы емереп" Бөтә Рәсәй форумында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн сепрәк ҡурсаҡ тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. 

ҠУРСАҠ ТЕГЕП ӨЙРӘНЕҮЕ АУЫР ТҮГЕЛ
ҠУРСАҠ ТЕГЕП ӨЙРӘНЕҮЕ АУЫР ТҮГЕЛ

Өфөлә "Ҡаршылыҡтарҙы емереп"  I Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе уҙа.

Сара мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, реабилитация өсөн тәғәйенләнгән техника етештергән предприятиелар, уларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге өсөн ойошторолған.

Форумдың икенсе көнөндә лә төрлө майҙансыҡтар үҙ эшен башланы. Инвалид балалар, уларҙың ата-әсәләре өсөн Һарытау өлкәһенең Энгельск ололар йорт-интернаты вәкилдәре сепрәк ҡурсаҡ тегеү оҫталыҡ дәресен үткәрҙе.

- Беҙҙең интернатта ижад менән шөғөлләнеү киң ҡулланылыш алған. Ижад емештәре менән Рәсәй, халыҡ-ара бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашабыҙ. Беҙҙә һынлы сәнғәттән тыш, тегеү буйынса ла оҫтаханалар эшләй, - ти Энгельск йорт-интернатының социаль хеҙмәт белгесе Елена Хорольская.

Ул оҫталыҡ дәресе барышында интернат тәрбиәләнеүсеһе Марина менән тулы бер ҡурсаҡ эшләп күрһәтте, эш барышының һәр баҫҡысын ентекләп төшөндөрҙө.

Ҡурсаҡтар ғәҙәти трикотаждан тегелә, эсенә улар һуҙылмаһын өсөн бәз ҡуйыла. Ҡурсаҡтың "тәне" тегелгәс, эсенә синтепон тултырыла. Аяҡ-ҡулдары, кәүҙәһе ныҡ торһон өсөн, ябай ағас таяҡтар кәрәк.

Ҡыҫҡаһы, ҡурсаҡ тегеү өсөн әллә ни ҡатмарлы ҡулайламалар ҙа кәрәкмәй. Ҡурсаҡ тегергә өйрәнеү өсөн сиктәр юҡ, бында инвалидлыҡ та ҡамасау түгел.

- Килеп сыҡмай, тип ҡул һелтәмәгеҙ, барыһы ла мөмкин, - тине Елена Хорольская ла.

Оҫталыҡ дәресендә балалар ата-әсәләре менән ҡурсаҡ та эшләп ҡараны, уйынсыҡ өлгө итеп ҡуйылҫан гүзәл ҡурсаҡтарҙан бер ере менән дә кәм түгел ине.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас в