+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2022, 16:19

МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛӘНГӘН БАЛАЛАРҘЫҢ УҠЫУ ПРОЦЕССЫН НИСЕК ОЙОШТОРОРҒА?

"Ҡаршылыҡтарҙы емереп" Бөтә Рәсәй форумында был мөһим һорау ҙа ҡаралды. 

МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛӘНГӘН БАЛАЛАРҘЫҢ УҠЫУ ПРОЦЕССЫН НИСЕК ОЙОШТОРОРҒА?
МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛӘНГӘН БАЛАЛАРҘЫҢ УҠЫУ ПРОЦЕССЫН НИСЕК ОЙОШТОРОРҒА?

Баш ҡалабыҙҙа уҙған “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” Бөтә Рәсәй форумының киләһе майҙансығында белем биреү ойошмаларын инклюзив ғәмәл менән тәьмин итеү хаҡында һүҙ барҙы. Ултырышта Башҡортостандағы ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә ресурс үҙәктәр вәкилдәре ҡатнашты.

Нимә ул инклюзив ғәмәл?

Инклюзив ғәмәл йәш быуындың мәғариф һәм социаль өлкәләге бурыстарҙы хәл итергә йүнәлтелгән социаль йәһәттән әһәмиәтле эшмәкәрлекте күҙ уңында тота. Ул социаль аралашыу һөҙөмтәһендә тәжрибә тупларға этәргес бирә.

Тәжрибә уртаҡлашыу

Тәғәйен был ултырышта мәғариф ойошмаларында ғына түгел, махсус ресурс үҙәктәрендә ошо төр аралашыуҙы ҡулланыу, мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы белем алырға ҡулайлы шарттар менән тәьмин итеү хаҡында һүҙ барҙы. Һөйләшеүгә Рәсәйҙең башҡа өлкәләренән ресурс үҙәктәре вәкилдәре ҡушылып тәжрибә уртаҡлашты.

Ростов-на-Дону ҡалаһының 42-се һанлы махсус мәктәп-интернаты базаһындағы аутизм сиренә дусар балалар өсөн тәғәйенләнгән төбәк-ара ресурс үҙәге етәксеһе Инна Володина ойошманың бурыстары менән таныштырҙы. Ресурс үҙәге төбәктәрендәге башҡа ошо йүнәлештәге ойошмаларға даими рәүештә ярҙам күрһәтә, аутист балаларға һәм уларҙың ғаиләләренә педагогик-психологик яҡтан ярҙам ҡулын һуҙа, был сиргә дусар булған балалар уңайлы һәм сифатлы белем алһын, уларҙың хоҡуҡтары өсөн мәғлүмәти һәм мәғариф акциялары уҙғара. Шулай уҡ, Ростов-на-Дону ҡалаһындағы ресурс үҙәге аутизм сире менән ауырыған балаларға ярҙам күрһәткән социаль проекттарҙы бойомға ашыра.

“Ата-әсәләр менән дә даими аралашыу булдырылған, улар өсөн дә, белгестәр өсөн дә оҫталыҡ дәрестәре уҙа”, - тине ул.

Башҡортостан Республикаһының аутизм менән сирләгән балаларҙы дауалау, уҡытыу төбәк-ара ресурс үҙәге методисы Майя Стрельникова үҙ сығышында мөмкинлектәре сикләнгән  балаларға белем биреүгә махсус ҡулайлаштырылған мәғариф программаһы хаҡында һөйләне.

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға нисек белем бирергә?

Һаулыҡ яғынан мөмкинлеге сикләнгән баланың тәүҙә ата-әсәһе менән һөйләшеү уҙа, баланың һаулығын тикшергәндән һуң психологик-медик-педагогик комиссияһының ҡарары сығарыла.

Баланың мөмкинлектәренә ҡарап уның уҡыуына даими күҙәтеү ойошторола, һәр бер уҡытыусыларға махсус күрһәтмәләр, кәңәштәр бирелә, ошо арҡылы эш программаһына махсус үҙгәрештәр ҙә индерелә.

Бала өсөн шәхси коррекцион маршруттар ҙа булдырыла, уның сиктәрендә уҡыусы логопед, педагог-психолог, социаль педагог менән шөғөлләнә. Әгәр ҙә хәл талап итһә, балаға даими медицина күҙәтеүе беркетелә.

 

МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛӘНГӘН БАЛАЛАРҘЫҢ УҠЫУ ПРОЦЕССЫН НИСЕК ОЙОШТОРОРҒА?
МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛӘНГӘН БАЛАЛАРҘЫҢ УҠЫУ ПРОЦЕССЫН НИСЕК ОЙОШТОРОРҒА?
МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛӘНГӘН БАЛАЛАРҘЫҢ УҠЫУ ПРОЦЕССЫН НИСЕК ОЙОШТОРОРҒА?
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: