Өфөләге “Торатау” конгресс-холында уҙған “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” I Бөтә Рәсәй форумының икенсе көнөндә реабилитация үҙәктәре өсөн “Һирәк осраған (орфан) ауырыу менән сирләгән балаларҙы реабилитациялау” семинары үтте.
Мәскәүҙәге һаулыҡ һаҡлау департаментының Морозов балалар ҡала клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары Ирина Витковская семинарҙа ҡатнашыусыларҙы реабилитацияның бөтә баҫҡыстары, теорияһы менән таныштырҙы, ғәмәлдә ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклеген дә ентекләп аңлатты.
Орфан ауырыуы тип бик һирәк осраған сирҙәргә әйтәләр (orphan инглиз теленән “ҡарауһыҙ ҡалған етем” тигәнде аңлата, был төр ауырыуға дусар булғандар ҙа үҙҙәрен ташландыҡ тоя, психологик һәм физик ярҙамға мохтаж).
Ирина Витковская сығышын был проблеманың әһәмиәтен аңлатыу менән башланы:
Хоҡуҡтар
Реабилитацияға мохтаж һәр инвалид баланың Рәсәй Федерацияһының закондар йыйылмаһы буйынса хоҡуҡтары бар. Бәлиғ булмағандар медицина тикшереүҙәренә (шул уҡ иҫәптән профилактик маҡсаттар менән), спорт менән бәйле медицина тикшереүҙәренә, диспансеризация үтергә, диспансер күҙәтеүенә, медицина реабилитацияһына, медицина ярҙамына хоҡуҡлы. Бының хаҡта закондар йыйылмаһының 54-се статьяһы хәбәр итә.
Шулай уҡ балаларҙың белем биреү ойошмаларында, уҡыу йәки тәрбиә алғанда ла бушлай медицина ярҙамына тулы хоҡуҡтары бар.
Медицина реабилитацияһы һәм санаторийҙарҙа дауаланыу ҙа Рәсәй Федерацияһының закондар йыйылмаһында әйтеп кителә.
Реабилитация индәй ойошмаларҙа үтә?
Профилактик маҡсат менән поликлиникаға йәки стационарҙарға мөрәжәғәт итеп булһа, диагностика йәғни ауырыуҙы билдәләү, уны дауалау өсөн шулай уҡ тәүҙә поликлиникаға барырға кәрәк. Артабан хәл торошона ҡарап стационарға һалыу, унда дауаланыу күҙаллана. Ә медицина реабилитацияһы булһа, аҙаҡ ауырыу реабилитация үҙәгенә ебәрелә.
Медицина реабилитацияһы: ҡайҙа, кем тарафынан үткәрелә?
Балаларға медицина реабилитацияһы медицина эшмәкәрлеген үткәрергә рөхсәт иткән лицензиялы ойошмаларҙа мультидисциплина реабилитация командаһы белгестәре тарафынан ойошторола.
Һәр бала өсөн медицина реабилитацияһы индивиуаль рәүештә, уның ауырыу төрөн, хәл торошон иҫәпкә алып үткәрелә.
Нимә ул реабилитация диагнозы?
Реабилитация диагнозы – пациенттың һаулығына ҡағылған мөһим проблемаларҙы билдәләгән проблемалар теҙмәһе.