+30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ноябрь 2022, 23:35

МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛӘНҺӘ ЛӘ, РУХТАРЫ СИКЛӘНМӘГӘН

Өфөлә "Ҡаршылыҡтарҙы емереп" I Бөтә Рәсәй форумы уҙа. Сарала балаларға ла ҙур иғтибар бирелә. 

МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛӘНҺӘ ЛӘ, РУХТАРЫ СИКЛӘНМӘГӘН
МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛӘНҺӘ ЛӘ, РУХТАРЫ СИКЛӘНМӘГӘН

Форумда илдең төрлө төбәктәренән реабилитация һәм абилитация сараларын эшләгән илленән артыҡ предприятие ҡатнаша. Сара шулай уҡ күргәҙмәһе менән үҙенсәлекле: предприятиелар үҙҙәренең техникаһын тәҡдим итә, был мөмкинлектәре сикләнгәндәр, ошо төр техникаға мохтажлыҡ кисергәндәр менән хеҙмәттәшлек булдырыу өсөн үтә лә уңайлы.

Форумдың беренсе көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республика Хөкүмәте вәкилдәре ҡатнашты, "Социаль координатор" проекты буйынса хеҙмәттәшлек итеү өсөн килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был проект ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам йөҙөнән бойомға ашырыла.

"Форумдың төп маҡсаттарының береһе – реабилитацион техниканы эшләү йүнәлешен үҫтереү. Ошо юҫыҡта эш алып барған Башҡортостандағы предприятиеларға ярҙам итергә ҡарар иттек. Республикала юғары технологиялы реабилитация сараларын эшләгән компаниялар күп", – тине Радий Хәбиров.

Күргәҙмәнән тыш, "Торатау" конгресс-холында бер нисә майҙанда пленар ултырыштар, оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Инвалид балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр өсөн түбәндәге оҫталыҡ дәрестәре уғата әһәмиәтле һәм файҙалы: мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән республика реабилитация үҙәге директоры Зөлфирә Юлдашбаева "Таян" өй микрореабилитация үҙәге хаҡында һөйләне, икенсе оҫталыҡ дәресендә "Мәрхәмәт" хәйриә һәм мәғариф фонды белгестәре: логопед Оксана Протасова менән педагог-психолог Динара Андросова баланың теле асылмаған хәлдә нисек был мәсъәләне хәл итергә тигән һорауҙарға яуап бирҙе.

"Ҡаршылыҡтарҙы емереп" форумының беренсе көнө М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында "Ҡаршылыҡтарҙы емереп"  балалар фестиваленең  гала-концерты менән тамамланды. 

 

Альберт Заһиров фотолары. 

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас в