М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында "Ҡаршылыҡтарҙы емереп" фестиваленең гала-концерты уҙҙы. Сара мөмкинлектәре сикләнгән һәләтле балаларҙың да ижадына арналыуы менән үҙенсәлекле.
Фестиваль сиктәрендә төрлө ваҡытта оҫталыҡ дәрестәре, ижади эштәр күргәҙмәһе, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, конкурстар, психологик тренингтар, йәрминкә үткәрелһә, был эштәрҙең мул емеше Башҡорт академия драма театрында уҙған гала-концерт ине.
Концерт алдынан балалар өсөн ижади оҫталыҡ дәрестәре үтте, уларҙы ҙур ҡурсаҡтар, аквагрим, сағыу фотозона ҡаршы алды.
Гала-концерт үҙе иһә сағыу программаһы, һәләтле балаларҙың сығыштары менән әсир итте: кескәй йондоҙҙар йырлай ҙа, бейей ҙә, театрлаштырылған тамаша ла, гимнастика ла күрһәтә.
Быларҙың барыһы ла – Альберт Заһиров фотоларында.