+18 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2022, 08:45

Башҡортостан музейҙарында «Сәнғәт төнө-2022» акцияһы үтте

.

Башҡортостанда «Сәнғәт төнө-2022» акцияһы үтте
Башҡортостанда «Сәнғәт төнө-2022» акцияһы үтте

4 ноябрҙә - Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү сиктәрендә - музейҙарҙа, китапханаларҙа, клубтарҙа, театрҙарҙа, филармонияларҙа һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларында «Сәнғәт берләштерә» девизы аҫтында унынсы тапҡыр йылдың мөһим мәҙәни ваҡиғаларының береһе - «Сәнғәт төнө-2022» Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы үткәрелде. Башҡортостан музейҙары - республикала урынлашҡан 100-ҙән ашыу дәүләт һәм муниципаль музейҙар - акцияла ҡатнашыусыларҙың береһе.

Бында һынлы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса яңы экспозициялар, концерт программалары, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәләре, партнерлыҡ ойошмаларының ғәҙәти булмаған саралары тәҡдим ителде. Был кистә күп кенә музейҙарға «Пушкин картаһы» буйынса барырға мөмкин булды. Бер нисә учреждениела «Мәҙәни стриминг» үткәрелде: кисәнең саралары социаль селтәрҙәрҙә күрһәтелде. Башҡортостан музейҙарында «Сәнғәт төнө» акцияһы ике төп тема буйынса уҙғарылды:

1) «Мәҙәни мираҫ йылы» (Рәсәй Федерацияһында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы һәм Башҡортостан Республикаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылы сиктәрендә). Башҡортостан халыҡтарының рухи һәм матди мәҙәниәте күргәҙмәләр һәм мәҙәни-мәғариф сараларҙың, сәнғәт һәм һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәренең темаһы булып торҙо;

2) «Беҙ берҙәм». Әлеге ваҡытта, айырыуса Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, Рәсәйҙең күп милләтле халҡының берҙәмлеген күрһәтеү үтә мөһим. «Сәнғәт төнө» акцияһының слоганы - «Сәнғәт берләштерә». Был кис музейҙарҙа Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә патриотик йырҙар башҡарылды һәм халыҡ бейеүҙәре күрһәтелде.

Башҡортостанда «Сәнғәт төнө-2022» акцияһы үтте
Башҡортостанда «Сәнғәт төнө-2022» акцияһы үтте
Башҡортостанда «Сәнғәт төнө-2022» акцияһы үтте
Башҡортостанда «Сәнғәт төнө-2022» акцияһы үтте
Башҡортостанда «Сәнғәт төнө-2022» акцияһы үтте
Башҡортостанда «Сәнғәт төнө-2022» акцияһы үтте
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: