+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2022, 15:50

Арыҫлан Шафиҡов миҙал менән бүләкләнә!

2022 йылдың 3 ноябрендә Федерация Советында экстремаль хәлдәрҙә батырлыҡ күрһәткән һәм кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙа.

Арыҫлан Шафиҡов миҙал менән бүләкләнә!
Арыҫлан Шафиҡов миҙал менән бүләкләнә!

Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан ун дүрт йәшлек Арыҫлан Шафиҡов - «Күрһәтелгән батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр иҫәбендә. 2022 йылдың мартында ул ҡайтып килгәндә көслө төтөн күрә. Өйгә төкәтеп һалынған мунсала янғын сыға. Ут етеҙ тиҙлек менән өйгә күсә башлаған була инде. Арыҫлан шунда уҡ янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Үҙе тәҙрә аша йортҡа инеп, оло йәштәге хужаларға - 2 төркөм инвалидына һәм уның ҡатынына уттан сығырға ярҙам итә.

Шул рәүешле Арыҫлан Шафиҡов үҙенең дөрөҫ, ваҡытлы һәм тәүәккәл эш итеүе һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған.

- Башҡа кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу - ҙур ҡаҙаныш, хәүеф-хәтәргә ҡарамай, бәләгә тарығандарға ярҙам итеү өсөн ниндәй ҙур батырлыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа эйә булырға кәрәк! Республикабыҙҙа ҡыйыу йәш быуын үҫеүе менән ғорурланабыҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Бүләкләү тантанаһының тура трансляцияһын 2022 йылдың 3 ноябрендә Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө 12.00 сәғәттә Федерация Советының «Вместе-РФ» телеканалында һәм Федерация Советының https://vk.com/sovfedinfo ;  https://ok.ru/sovfedinfo социаль селтәрҙәрендә ҡарағыҙ.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: