+12 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
30 Октября 2022, 05:42

Балаларҙың мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты нисек?

Мәктәптәрҙә "Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт тормош яҡлы!" Берҙәм республика асыҡ ишектәр көнө үтте.

Балаларҙың мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты нисек?Балаларҙың мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты нисек?
Балаларҙың мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты нисек?

Сарала дөйөм алғанда ун меңдән ашыу ата-әсә ҡатнашты.


Мәктәптәрҙең ашханаларында ата-әсәләр аш-һыу тәмләп ҡараны, уларға ризыҡ сифатын тикшереүҙән тыш, уҡыусыларҙы туҡландырыуҙа кәрәкле шарттар булдырыу менән танышырға ла мөмкинлек бирелде: ата-әсәләр рәсми ҡағыҙҙар, журналдар менән танышты.


Ошо уҡ көндә ата-әсәләр йыйылыштары ла үтте, һөйләшеүҙә балаларҙы дөрөҫ туҡландырыу тураһыда һүҙ барҙы.
Ата-әсәләргә һорауламалар ҙа таратылды, улар арҡылы уҡыусыларҙың өйҙә туҡланыу сифаты тикшерелде.


Шулай уҡ мәктәптәрҙә "Кеше тормошонда витаминдар роле", "Иң файҙалы аҙыҡ-түлек", "Һаулыҡ әлифбаһы" дәрестәре уҙҙы. Балалар дөрөҫ туҡланыуҙың төп ҡағиҙәләре, файҙалы аҙыҡ-түлектәр хаҡында тыңланы.
Сара Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан мәктәптәрҙә туҡланыу һәм ата-әсәләр контроле системаһын камиллаштырыу маҡсатынан ойошторолдо.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас