+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2022, 11:20

Әсәлек капиталын файҙаланыу процесы тиҙләтелде

Хәҙер әсәлек капиталы сертификатын алған ғаиләләр аҡсаны пенсия фондының клиент хеҙмәттәренә бармайынса тотона ала.

Әсәлек капиталын файҙаланыу процесы тиҙләтелде
Әсәлек капиталын файҙаланыу процесы тиҙләтелде

Башҡортостанда әсәлек капиталы сертификатын алған ғаиләләр аҡсаны пенсия фондының клиент хеҙмәттәренә бармайынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн тотонорға мөмкин.

Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр иттеләр. Хәҙер халыҡҡа банкка ғына мөрәжәғәт итергә кәрәк, банк иһә тейешле документтарҙы пенсия фондына тапшыра. Республиканың 16 кредит ойошмаһы — Һаҡлыҡ банкы, ВТБ, Газпромбанк һәм башҡалар менән ошондай килешеүҙәр төҙөлгән.

«Банкта торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн кредит рәсмиләштергәндә әсәлек капиталы аҡсаһын кредит буйынса төп бурысты түләүгә йәки уны алғанда тәүге иғәнәгә тотоноу тураһында ғариза бирелә. Ипотека кредиттары булған һәм әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтергә хәл иткән ғаиләләр кредит алған банк аша ғариза биреүҙең уңайлы ысулын файҙаланырға мөмкин», — тине Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Сығанаҡ: bashinform.ru
 
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: