+18 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2022, 16:10

КӨҘ БАЙРАМЫ - КӨҘГӨ ӘКИӘТ

Көҙ миҙгелен моңһоу тиһәләр ҙә, балалар һары-алтын япраҡтарҙы ҡыштырлатып йүгереүҙе, күңелле ямғырҙары аҫтында эрзинкә итек кейеп ҡулдарына зонт тотоп йөрөүҙе әллә ни күрә бит улар.

КӨҘ БАЙРАМЫ - КӨҘГӨ ӘКИӘТ
КӨҘ БАЙРАМЫ - КӨҘГӨ ӘКИӘТ

Балалар баҡсаһында  байрам – ул һәр ваҡыттағыса мөғжизәләргә бай, тылсымлы төҫтәр, балаларҙың шат көлөүҙәре, ҡыуаныуҙары.

Һәр йыл һайын октябрь айында беҙҙең “Алтынсәс” балалар баҡсаһында көҙ байрамы билдәләнә. “Бал ҡорттары” уртансылар төркөмөндә "Көҙгө әкиәт " исемле көҙ байрамы үткәрелде. Тышта һалҡынса, йәмле йәйҙең ҡояш нурҙары етмәй, әммә ләкин баҡсабыҙҙың матур итеп биҙәлгән музыка залында шундай йылылыҡ, изгелекле солғаныш бөркөлөп торҙо. Бик матур итеп кейенган ҡыҙҙар һәм малайҙар, тәрбиәсе Эльвира Рифғәт ҡыҙы һәм баҡсабыҙҙың музыка етәксеһе Лариса Динаф ҡыҙы менән "Көҙгө әкиәткә" сәйәхәткә юлландылар. Кескәйҙәрҙе мөғжизәле осрашыуҙар көтә ине. Ә иң мөһиме - Көҙ-Сөмбөлә менән осрашыу. Малайҙарыбыҙ “Бәшмәк" бейеүен, ә инде ҡыҙҙарыбыҙ "Миләш" бейеүҙәрен тырышып башҡарҙылар. Көҙ тураһында шиғырҙар ҙа уҡып ишеттерҙеләр. Күп тә үтмәй Сөмбөлә-көҙ (алмаш тәрбиәсе Алсу Дамир ҡыҙы) килеп керә кескәйҙәр янына. Балаларҙың “Япраҡтар", “Ямғыр“ йырҙары байрамыбыҙға тағын да йәм өҫтәне. Сәйәхәттең бик иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу эпизоды, сюрпризы - кескәйҙәргә Сөмбөләнең ҙур кәрзиндәге эре-ҡыҙыл алмалары булды.

Көҙ миҙгелен моңһоу тиһәләр ҙә, балалар һары-алтын япраҡтарҙы ҡыштырлатып йүгереүҙе, күңелле ямғырҙары аҫтында эрзинкә итек кейеп ҡулдарына зонт тотоп йөрөүҙе әллә ни күрә бит улар. Бына шуға ла инде көҙ ҡаршылау байрамы балалар баҡсаһында һәр баланың да яратҡан байрамы булып торалыр моғайын. Сәйәхәт йыр һәм бейеү менән генә үтмәне, шулай уҡ күңелле тематикағы ярашлы уйындары менән аралаштырылды. Сөмбөлә күстәнәскә "Бәшмәк йыйыу”, "Һүрәт төҙөү” кеүек уйындар кескәйҙәрҙең кес кенә йөрәктәрендә ҙур сағыу урын ҡалдырҙы. Беҙҙең сәйәхәт бик күңелле, мауыҡтырғыс, сағыу, әһәмиәтле үтте.

"Алтынсәс” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Хаҡова Эльвира Рифғәт ҡыҙы.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: