Көҙ... Һыуыҡ,моңһоу тойолһа ла, күңелдәргә тыныслыҡ алып килгән миҙгелдәрҙең береһе. Ул тәбиғәтте төрлө төҫтәргә күмә, йомарт, бай миҙгел. Донъя әкиәттәй тойола. Япраҡтар уйнай-уйнай бейей...
Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 2 корпус балалар баҡсаһы ла "Йомарт көҙ" байрамын бик күңелле үткәрҙе. Сараны матур шиғри юлдары менән Зөбәржәт Рәшитовна асты, ә балалар йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар менән дауам иттеләр. Байрамға Көҙһылыу, Ел, Ямғыр ҡунаҡҡа килде. Төрлө-төрлө уйындар уйналды. Һәр төркөм үҙҙәренең сығыштарын ихлас башҡарҙы. "Ямғыр" йырын "Ләйсән" төркөмө йырлап ишеттерҙе, "Аҡбуҙат"тар "Япраҡтар" йырын, "Йондоҙсоҡтар" төркөмәнең ҡыҙҙары ҡулсатырҙар тотоп матур бейеүҙәрен башҡарҙы.
Ошондай матур, күңелле байрамдар булып торһон. Балалар күҙлегенән донъяға бағыу үҙе бер мөғжизә!
Тәрбиәсе: Гөлназ Искәндәрова.