+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2022, 11:13

Фехтование оҫталары

Алтынай Кәримова фехтование секцияһына алты ғына йәшенән йөрөй.

Фехтование оҫталары
Фехтование оҫталары

Алтынай Кәримова алты ғына йәшенән фехтование секцияһына йөрөй башланы. Уға унда бик оҡшай. Тренеры Кирилл Иванов Алтынайҙы төрлө алымдарға өйрәтә, оҫталығын камиллаштыра.
Йәш спортсы үҫә төшкәс ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Күптән түгел фехтование буйынса Башкортостандың атҡаҙанған тренеры Галина Погадаеваның яҡты иҫтәлегенә арналған ярыштар уҙҙы. Бәйгелә Өфө ҡалаһынан 23 уҡыу йорттары: мәктәптәр, колледждар ҡатнашты. Турнирҙа 136-сы лицей командаһы ла һынатманы. Команда капитаны Р. Шамаев, Алтынай Кәримова һәм А. Хәмиҙуллин яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, 3-сө урын яуланы.

Еңеүселәргә миҙал һәм маҡтау грамоталарын Башкортостандың билдәле спортсылары, шул иҫәптән 2020 йылда Токио ҡалаһында фехтование буйынса Олимпия чемпионы Аделина Заһидуллина тапшырҙы.

Р. Тайсынова.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: