+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Октябрь 2022, 12:21

"ТАУ-ТАУ ХӘБӘР" "ТЭФИ-KIDS" РӘСӘЙ ТЕЛЕВИЗИОН ПРЕМИЯҺЫ ЕҢЕҮСЕҺЕ!

"Тамыр" балалар телеканалының мәғлүмәт тапшырыуы "Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәти-мауыҡтырғыс тапшырыу" номинацияһында беренсе. 

"ТАУ-ТАУ ХӘБӘР" "ТЭФИ-KIDS" РӘСӘЙ ТЕЛЕВИЗИОН ПРЕМИЯҺЫ ЕҢЕҮСЕҺЕ!
"ТАУ-ТАУ ХӘБӘР" "ТЭФИ-KIDS" РӘСӘЙ ТЕЛЕВИЗИОН ПРЕМИЯҺЫ ЕҢЕҮСЕҺЕ!

"Тамыр" балалар телеканалының "Тау-тау хәбәр" тапшырыуы "ТЭФИ-KIDS" Рәсәй милли телевизион премияһының "Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәти-мауыҡтырғыс тапшырыу" номинацияһында еңеү яулаған!


"Тау-тау хәбәр"ҙең редакторы Татьяна Никитина белдереүенсә, улар бәләкәй Орфейҙы бик оҙаҡ көткән:
- Йыл да төрлө номинацияларға эштәребеҙҙе ебәрә, финалға сыға торҙоҡ, әммә Орфей эләкмәй ине. Һәм, ниһайәт!


Орфей статуэткаһы – скульптор Эрнст Неизвестныйҙың бронза Орфейының бәләкәй күсермәһе, "ТЭФИ-KIDS" конкурсының төп призы ул.
"Тау-тау хәбәр"- Башҡортостанға ғына түгел, бөтә Рәсәйгә берҙән-бер көн дә эфирға сыҡҡан мәғлүмәти балалар тапшырыуы. Уны бойомға ашырыуҙа балалар үҙҙәре ҡатнаша, "Тау-тау хәбәр"арҡылы республикала йәш һәләтле хәбәрселәрҙән оло бер команда барлыҡҡа килгән. Тапшырыу ике телдә: башҡортса һәм русса сыға.


Финалда "Тау-тау хәбәр" еңеү өсөн "Карусель" каналының "Навигатор" һәм "Россия-24" телеканалының Кузбасстағы "Английский знайка"лары менән көрәшкән икән.


- "ТЭФИ-KIDS" – бөтә ил күләмендә бик әһәмиәтле ваҡиға, – ти "Тамыр" телеканалының директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Заманса балалар контентын булдырыу ҙур матди сығымдар талап итә. Күп йылдар балалар телевидениеһы был йәһәттән ҡыйынлыҡтар кисерһә, былл контенттың сифатында сағылһа, бөгөн хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Милли һәм рухи ҡиммәттәребеҙҙе сағылдырған балалар контентының мөһимлеген өлкәндәр яҡшы аңлай, сифатлы нәфис, анимацион фильмдар, балалар телевизион проекттары донъя күрә. Төбәктәрҙә был йәһәттән хәлдәр ҡатмарлыраҡ булһа ла, беҙ тик яҡшыға ышанабыҙ, бар күңелебеҙҙе һалып балалар өсөн тапшырыуҙар эшләүебеҙҙе дауам итәбеҙ.
Ғөмүмән "ТЭФИ-KIDS" Рәсәй конкурсына ил буйлап 143 эш ҡабул ителгән.

"ТАУ-ТАУ ХӘБӘР" "ТЭФИ-KIDS" РӘСӘЙ ТЕЛЕВИЗИОН ПРЕМИЯҺЫ ЕҢЕҮСЕҺЕ!
"ТАУ-ТАУ ХӘБӘР" "ТЭФИ-KIDS" РӘСӘЙ ТЕЛЕВИЗИОН ПРЕМИЯҺЫ ЕҢЕҮСЕҺЕ!
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: