+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Октябрь 2022, 13:48

Башҡортостандың 20 мәктәбенә - яңы автобустар

Бөгөн, 12 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин 20 белем биреү мәктәбе етәксеһенә яңы автобус асҡысы тапшырҙы.

Башҡортостандың 20 мәктәбенә - яңы автобустар
Башҡортостандың 20 мәктәбенә - яңы автобустар

Башҡортостан Республикаһының 20 белем биреү ойошмаһы яңы мәктәп автобустары асҡыстарын алды. Бөгөн, 12 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин 20 белем биреү мәктәбе етәкселәренә яңы автобус асҡыстары тапшырҙы.

- Беҙ матди-техник базаны камиллаштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөнгө көндә республикала 1465 мәктәп автобусы иҫәпләнә, улар 872 маршрут буйынса 50 меңдән ашыу баланы мәктәпкә йөрөтә, һәм уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙ балаларҙы ташыу шарттарын камиллаштырыуҙан тыш, сифат һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итәбеҙ. Матди-техник базабыҙҙы артабан да йыһазландырыу һәм камиллаштырыу өсөн дә бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин. - Коллектив көнбайыштың Рәсәй Федерацияһына йоғонто яһауына ҡарамаҫтан, беҙ бөтә социаль йөкләмәләрҙе, беренсе сиратта, үҫеп килеүсе быуын өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ, - тип өҫтәне

ГАЗ маркалы яңы автобустар 18 урынға иҫәпләнгән һәм барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. ГЛОНАСС/GPS заманса юлдаш навигацияһы системалары, тахографтар, өҫтәмә автономлы йылытыу һәм хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған.

Фото: Интернеттан

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: