+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2022, 14:30

БЫНДА ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР

Өфө ҡалаһы Дим районының 75-се һанлы "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһында етеп килгән Республика көнө айҡанлы байрам үтте. Тантананы уртаҡлашырға "аҡбуҙат"тар аҙаштарын — "Аҡбуҙат" журналын ҡунаҡҡа саҡырҙы.

БЫНДА ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР
БЫНДА ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР



Балалар баҡсаһы урам ҡапҡаһынан уҡ ихатаның матур итеп биҙәлеүе менән иғтибарҙы йәлеп итте. Сағыу баҡсаның "сәскәләре" лә сағыу: беҙҙе төрлө төҫтәге милли кейемдәрҙә бәләкәстәр ҡаршы алды.
Һәр береһе йыр-бейеүгә, оҫта һүҙгә маһир: Республика көнө уңайынан шиғыр ҙа һөйләнеләр, йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, уйындар ҙа уйнап күрһәттеләр. Байрам күңелле генә түгел, фәһемле лә: тәрбиәселәр балаларҙың туған телгә, Тыуған илгә, милли рухҡа ҡағылышлы белемдәрен дә тикшерҙе, уларҙың һәр һорауына "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре дөрөҫ яуабын тапты.

Байрамға хәбәрсе лә килгән! Юҡ, бында һүҙ беҙ, "аҡбуҙат"тар хаҡында бармай. Оҫта, мауыҡтырғыс итеп уйланылған сценарий буйынса "хәбәрсе"нең килеп инеп балаларға ҡыҙыҡлы һорауҙар биреүе сараны уғата йәмләп ебәрҙе.

Тантана һуңында һүҙ "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаға бирелде, ул "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһына журнал менән тығыҙ хеҙмәттәшлек, балаларҙа милли рух тәрбиәләгәндәре өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ысынлап та, "Аҡбуҙат" журналы ойошторған һәр конкурста тап ошо балалар баҡсаһынан күпләп кескәйҙәр ҡатнаша, улар баҫмабыҙҙың күптән яҡын дуҫына әүерелгән.

Балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Теләүбаева әйтеүенсә, баҡсала йәмғеһе 456 бала тәрбиәләнә, бар төркөмдәр ҙә — башҡорт төркөмдәре. Башҡорт балалар баҡсаһы булыуға ҡарамаҫтан, бында башҡа милләт вәкилдәре лә йөрөй.

— Ваня исемле малай йөрөй ине баҡсаға. Теле беҙҙә асылды, тәүге һүҙе башҡортса "әсәй" булды. Хәҙер инде мәктәпкә барған малайҙары хаҡында ата-әсәйҙәре "башҡорт теле дәресен, башҡорт телен ярата Ваня" тип сәләм еткереп тора, - тип һөйләне Гөлнара Фәнил ҡыҙы.

Тыуған илдең лайыҡлы шәхестәрен тәрбиәләү тап балалар баҡсаһынан башлана. Ошо лайыҡлы бурысҡа тап төшөрмәй "аҡбуҙат"тар.

Айгөл ҒӘБИТОВА, автор фотолары.

БЫНДА ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР
БЫНДА ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР
БЫНДА ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР
БЫНДА ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР
БЫНДА ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР
БЫНДА ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР
БЫНДА ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР
БЫНДА ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР
БЫНДА ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР
БЫНДА ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР
БЫНДА ШӘХЕС ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: