Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2022, 15:53

"АҠБУҘАТ", УРАЛ БАТЫР, ЯҠШЫЛЫҠ

"Аҡбуҙат" Нефтекама ҡала башҡорт гимназияһының башланғыс класс уҡыусылары менән осрашты. Сара Әхмәтзәки Вәлиди милли китапханаһы ойошторған "Уҡы 365" белем һәм уҡыу фестивале сиктәрендә үтте.

"АҠБУҘАТ", УРАЛ БАТЫР, ЯҠШЫЛЫҠ
"АҠБУҘАТ", УРАЛ БАТЫР, ЯҠШЫЛЫҠ


— Мин һеҙҙең кеүек бәләкәй булғанда кеҫә телефондары ла, башҡа гаджеттар ҙа юҡ ине, йәнһүрәтте лә аҙнаһына бер тапҡыр йәкшәмбе генә ҡарай торғайныҡ. Шулай ҙа бер ҙә күңелһеҙ булманы, сөнки ай һайын "Аҡбуҙат" журналы килә торғайны. Журнал үҙе телефон һымаҡ бит ул: унда уйындар ҙа, һүрәттәр ҙә, әкиәт-хикәйәләр ҙә, башватҡыстар ҙа бар, - тине балалар менән йәнле һөйләшеүҙә журналдың бүлек мөхәррире Айгөл Ғәбитова .

Башланғыс класс уҡыусылары менән "Был һүҙ нимә аңлата" уйыны аша тел белемен дә тикшерҙек: балалар "яҙ", "батыр", "май" һүҙҙәренең төрлө мәғәнәләрен аңлатты. Әйткәндәй, Нефтекама башҡорт гимназияһында башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән балалар байтаҡ.

"Аҡбуҙат" балалар менән осрашҡанда һәр ваҡыт "Урал батыр" эпосы, Урал батырҙың үҙе тураһында һөйләшәбеҙ.

— Ниндәй супергеройҙарҙы яратаһығыҙ? - тигән һорауға балалар Бэтмен, Тимер кеше, Кеше-үрмәксе тип яуапланы.
— Башҡорт халҡының бынан миллион йылдар элек үҙ супергеройҙары булған. Урал батыр, мәҫәлән. Супергеройҙарҙың төп маҡсаты ниндәй?
— Донъяны яуызлыҡтан ҡотҡарыу.
— Урал батыр ҙа яманлыҡҡа ҡаршы көрәшкән. Ә ниңә бар әкиәт-эпостар ҙа һәйбәт бөтөргә тейеш?
— Сөнки яҡшылыҡ гел яманлыҡты еңә.

Ошолай тамамланды балалар менән һөйләшеү. Осрашыу һуңында уҡыусылар "Урал батыр һәм Самрау батшалығы" йәнһүрәтен ҡараны, артабан улар менән Милли китапханалағы мәҙәни үҙәк белгесе Нәсимә Туҡаева әңгәмә ҡорҙо.

Айгөл ҒӘБИТОВА.

"АҠБУҘАТ", УРАЛ БАТЫР, ЯҠШЫЛЫҠ
"АҠБУҘАТ", УРАЛ БАТЫР, ЯҠШЫЛЫҠ
"АҠБУҘАТ", УРАЛ БАТЫР, ЯҠШЫЛЫҠ
"АҠБУҘАТ", УРАЛ БАТЫР, ЯҠШЫЛЫҠ
"АҠБУҘАТ", УРАЛ БАТЫР, ЯҠШЫЛЫҠ
"АҠБУҘАТ", УРАЛ БАТЫР, ЯҠШЫЛЫҠ
"АҠБУҘАТ", УРАЛ БАТЫР, ЯҠШЫЛЫҠ
"АҠБУҘАТ", УРАЛ БАТЫР, ЯҠШЫЛЫҠ
Автор: Гульнара Мустафина
Читайте нас