Башҡортостандың Күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова бер ғариза ярҙамында биш пособие юллау серҙәренә төшөндөрҙө.
был биш пособиены юллау өсөн Күп функциялы үҙәккә ҡат-ҡат мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, әгәр ҙә ҡайһы берҙәр бер нисә төр пособие юллау хоҡуғына эйә икән, бер ғариза ла етә. Ҡарар 15 көн эсендә ҡабул ителәсәк.
Өфөлә VI Бөтә Рәсәй дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереү өлкәһендәге күп функциялы үҙәктәр форумы асылды.
Сараның төп маҡсаты – Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән Күп функциялы үҙәктәрҙә эшләгән хеҙмәткәрҙәре туплау, тәжрибә уртаҡлашыу, был өлкәләге эшмәкәрлектең сифатын арттырыу өсөн ҡарарҙар ҡылыу.
Автор фотолары.