Күп функциялы үҙәктәрҙе халыҡ ғәҙәттә МФЦ тип белә. Улар һуңғы ун йылда һәр кемдең тормошона үтеп инде – тыуғандан алып ғүмерҙең һәр баҫҡысында һәр кем, замана талаптарына ярашлы, Күп функциялы үҙәктәр тәҡдим иткән хеҙмәтләндереү ысулдары менән ҡуллана. Тыуыу тураһында таныҡлыҡ, паспорт, башҡа документтар, балалар пособиеһын, төрлө түләүҙәр һәм башҡаларҙы тап МФЦ аша юллау күпкә еңел һәм тиҙ.
Өфөләге "Торатау" конгресс-холлына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Уларҙы Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Алексей Херсонцев сәләмләне һәм был Бөтә Рәсәй форумының тәү сиратта тәжрибә уртаҡлашыу маҡсаты менән ойошторолғанын, шуға күрә төрлө йүнәлештәрҙә эш барасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Башҡортостан Хөкүмәтенең республиканы иң уңайлы төбәк итеүҙе маҡсат итеп ҡуйыуы хаҡында белдерҙе һәм түбәндәгеләрҙе һөйләне:
"Күп функциялы үҙәк – һәр кеше өсөн уңайлы тормош булдырыу ысулы. Башҡортостанда беренсе үҙәк 2012 йылда асылды, бөгөн иһә, республика буйлап уның һәр район-ҡалаларында 77 офис эшләй. Уртаса хеҙмәтләндереү ваҡыты – 1 минут 48 секунд. Хеҙмәтләндереү күләменең динамикаһы йылдан йыл үҫешә. 2021 йыл эсендә Күп функциялы үҙәктәр 7 111 852 кешене хеҙмәтләндергән.
Кеше ғүмеренең һәр баҫҡысы Үҙәктәр менән тығыҙ бәйләнгән – бала тыуғанда тыуыу тураһында таныҡлыҡ алыу, артабан балалар баҡсаһына, мәктәпкә теркәлеү һәм башҡалар... Күп функциялы үҙәктәр тормош уңайлылыҡтарын булдырыуҙа төп кәңәшсебеҙ булып тора. Үрҙә һанап үтелгән матур һандар артында көндәлек тир түгеү йәшеренгән".
Дәүләт функцияларын үтәү, дәүләт тарафынан сифатлы хеҙмәтләндереү менән тәъмин итеү департаменты директоры Елена Казмерчук “Минең документтарым” үҙәктәр селтәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне:
“Минең документтарым” – клиенттарҙы сифатлы хеҙмәтләндереүгә йүнәлтелгән селтәр. Ул күп йүнәлештәр буйынса эш алып бара, һәр мөржәғәт иткәнде шәхси хеҙмәтләндерә”.
Артабанғы сығыш яһаусы спикерҙер араһында Башҡортостандың һанлы үҫеш дәүләт идараһы министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Динар Шәрәфетдинов, “Рәсәй өсөн!” халыҡ фронтынан Михаил Анисимов һәм башҡалар булды. Михаил Анисимов хәҙерге заман шарттарындағы Күп функциялы үҙәктең роле хаҡындва һөйләне, уның аша Украинала барған хәрби операцияла ҡатнашҡан ватандаштарыбыҙға ярҙамға аҡса йыыйу ойошторолғаны хаҡында әйтеп үтте.
Өфөлә VI Бөтә Рәсәй дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереү өлкәһендәге күп функциялы үҙәктәр форумы артабан майҙансыҡтарға бүленеп эш итәсәк. Үҙ-ара аралашыу, кәңәшләшеү, тәжрибә уртаҡлашыу һөҙөмтәһендә йәмғиәтте кешенең тәүге көндәренән алып сифатлы хеҙмәтләндереү хаҡында һүҙ барасаҡ.
Автор фотолары.