Ете йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар "Батыр портреты", "Быуындар бәйләнеше", "Донъя осоусы күҙлегенән" номинациялары буйынса көс һынашҡан конкурсҡа йәмғеһе 105 эш килгән. Һөҙөмтәлә, һәр номинацияла иң-иң тип табылған өсөшәр эш билдәләнгән.
"Донъя осоусы" күҙлегенән номинацияһында беренсе урынды Бөрйән районынан Әмир Мөхәмәтйәнов, "Батыр портреты"нда Иглин районынан Ангелина Миңлекәева яулаһа, "Быуындар бәйләнеше"ндә шулай уҡ Иглиндән Әмилә Мөхәмәтшинаға етеүсе булмаған.
"Уның һәр осоуы – батырлыҡ. Муса Гәрәевте иҫләһәгеҙ, уның "Штурмовики идут на цель" китабын уҡыһағыҙ, ғөмүмән, китаптар уҡыһағыҙ, бөйөк һуғыштың батырҙарының иҫтәлеген һаҡлаһағыҙ, тарихи хәтер ышаныслы ҡулдарҙа", – тине Милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев, балаларға мөрәжәғәт итеп.
Конкурс уңайынан китапханала ҡатнашыусы балаларҙың һүрәттәренән күргәҙмә ойошторолған.