+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2022, 19:51

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы тамамланды

Иң өлкән ҡатнашыусы Марий Эл Республикаһынан 80 йәшлек Муса Нурдәүләтов булһа, иң йәше - Сибай ҡалаһынан 8 йәшлек  Арыҫлан Хәсәнов!

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы тамамланды
Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы тамамланды

Сара Аҡъяр ауылында ике көн дауамында барҙы. Ул ҡурай уйнау традицияларын һаҡлауға, тергеҙеүгә, артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеүгә, был сәнғәт төрөн пропагандалауға йүнәтелде. Ижади бәйгелә Башҡортостандың 16 районынан һәм 9 ҡалаһынан, Марий Иленән, Силәбе өлкәһенән һәм Красноярск крайынан 300-ҙән ашыу ҡурайсы ҡатнашты.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-приға Хәйбулла районынан Рәдиф Бохарбаев лайыҡ булды!

Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) - ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул сит ил сәхнәһендә (Франция, Германия, Швеция, Бельгия, Голландия) милли сәнғәтте күрһәткән тәүге башҡорт музыканттарының береһе булды. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевҡа (вафатынан һуң) «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

 

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы тамамланды
Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы тамамланды
Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы тамамланды
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: