Өфөлә "Кире бала саҡҡа" исемле өлкә фестивале үтә. Сараға Рәсәйҙең 14 төбәгенән 400-ҙән ашыу балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре йыйылған.
"Оҫта", "Баласаҡ йондоҙҙары" кеүек конкурстарҙан, спорт ярыштарынан тыш быйыл 4 көнлөк фестивалдә "Кулинар алыш", блогерҙар, спортсылар тарафынан оҫталыҡ дәрестәре лә көтөлә.
Быларҙың барыһы ла http://фестивальдетства.рф/ һылтанмаһы аша онлайн режимда күрһәтелеп барасаҡ.
Балалар өсөн Өфө буйлап ҙур экскурсия ла әҙерләгәндәр.
15 сентябрь фестивалде асыу тантанаһы үтә.
"Кире бала саҡҡа" фестиваленең төп маҡсаты – балалар йортонда тәрбиәләнгән балаларҙы мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү, улар менән әңгәмәләр үткәреү. уларға үҙҙәрен был торошта табырға ярҙам ҡулы һуҙыу, һәр бала үҫһен өсөн уңайлы шарттар булдырыу.