"Телде һаҡлау, үҫтереү, өйрәнеү йәһәтенән ниндәйҙер кимәлдә борсолоу һәр милләткә, шул иҫәптән беҙҙең республикала йәшәгән халыҡтарға ла хас күренеш. Һәм туған телдәргә хас проблемалар барыһы өсөн дә яҡынса бер иш. Беҙҙең өсөн телде быуындан быуынға тапшырыу, уны мәктәпкәсә белем биреүҙә өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу бик мөһим. беҙҙең бурыс – рус малайын башҡортса йәки татарса һөйләшергә өйрәтеү түгел, ә башҡорт малайы йәки ҡыҙы – туған башҡорт телен, татар малайы һәм ҡыҙы туған татар телен белһен, һөйләшһен, артабан уны үҙ балаларына өйрәтһен. Йәғни төп маҡсат – бөгөнгө глобалләшеү, урбанизация шарттарында туған телдәрҙе һаҡлау", - тине ул.