Сара башланғанға тиклем унда ҡатнашыусылар студенттар менән Башҡорт дәүләт университеты майҙансығында Бесландағы һәм илебеҙҙә теркәлгән башҡа террор акттар ҡорбандарына арналған акция ойошторҙо. Оригами техникаһында эшләнгән аҡ күгәрсендәр Рәсәй картаһына “осоролдо”. Дуҫлыҡ һәм изгелек ҡоштары тиҙ арала туҡыманы ҡаплап, донъяла ҡабат бер ҡасан да бындай ҡурҡыныс фажиғәләр булмаҫына өмөт уятты. Ошонан һуң кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ыңғай “Торатау” конгресс-холына йүнәлде.
Ултырыш террор акттары ҡорбандарын бер минутҡа тын ҡалып хәтерләүҙән башланды. Рәсәйҙә террорлыҡҡа ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө алдынан “түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеүгә ғилми-эксперт берҙәмлеге, ижтимағи ойошмалар, дәүләт власы органдары вәкилдәре йыйылды. Сарала ҡатнашыусылар Украиналағы махсус операцияны үткәреү контексында экстремизмды һәм терроризмды барлыҡҡа килтереүгә, таратыуға йоғонто яһаған факторҙар, яңы хәүеф менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләште.
Азат Бадранов экстремизм, терроризм кеүек күренештәргә ҡаршы көрәштең илебеҙҙең поликонфессиональ һәм күп милләтле төбәктәре өсөн принципиаль әһәмиәткә эйәлеген билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, был мәсьәләләрҙең көнүҙәклеге илебеҙҙең Көнбайышҡа ҡаршы тороуы һәм геосәйәси саҡырыуҙар фонында арта.
- Ағымдағы хәүефһеҙлек һәм ижтимағи-сәйәси тотороҡлоҡ саҡырыуҙары 2018 йылдан Башҡортостанда тормошҡа ашырылған дәүләт сәйәсәтенең дөрөҫлөгөн раҫлай. Шулай итеп, мәҫәлән, хәтерегеҙгә төшөрәм, 2019 йылда V Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы ваҡытында Радий Хәбиров, радикаль ойошмалар провокацияһына яуап итеп, “шовинизм яҡлы кешеләр һәм расизмға ҡарай барғандар беҙгә юлдаш түгел. Бынан тыш, үҙенең вәкәләттәрем сиктәрендә бындай күренештәргә һәм ошондай кешеләргә йәлләүһеҙ буласаҡмын” тип белдергәйне. Шунан алып бер тапҡыр ҙа ошо талаптарҙан тайпылманыҡ, - тине Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары.
Ул шулай уҡ: "Беҙ Миңлеғәле Шайморатов мираҫын, республиканың билдәле шәхестәрен һәм сюжеттарын мәңгеләштерәсәкбеҙ, Шайморатов кластарын булдырҙыҡ, илһөйәрлек мобилизацияһы менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Шулай итеп, беҙҙең тарафтан һайланған эске сәйәсәт стратегияһы үҙенең һөҙөмтәлелеген, дөрөҫ йүнәлештә барыуын күрһәтте. Башҡортостан идеология йәһәтенән Украиналағы махсус хәрби операцияға һәм Рәсәйҙең Көнбайышҡа ҡаршы тороуының киҫкен фазаһына әҙерләнде тип әйтергә мөмкин, - тип белдерҙе.