Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластарҙың башланғысы 2020 йылға барып тоташа – тап ике йыл элек өс белем биреү йорттарында – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернатында, 1-се һанлы Республика полилингваль күп профилле гимназияла, “Смарт” 2-се һанлы Республика полилингваль күп профилле гимназияла шайморатовсылар класы булдырыла.
2021-2022 уҡыу йылында уларға өҫтәп 4 класс асыла.
2022-2023 уҡыу йылында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы өлгөһөндә ил тарихына ихтирам, илһөйәрлек, Тыуған ил менән ғорурлыҡ хисе тәрбиәләүгә йүнәлтелгән 73 шайморатовсылар класын асыу ҡаралған.
Шайморатовсыларҙы сафҡа алыу тантанаһы 11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнөндә үтәсәк.