+1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2022, 10:19

ЛУГАНСКТАҒЫ М. ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘКТӘП ТУЛЫҺЫНСА ЯҢЫРТЫЛҒАНДАН ҺУҢ БАЛАЛАРҘЫ ҠАРШЫЛАНЫ

Башҡортостан төҙөүселәре батырыбыҙ исемен йөрөткән мәктәптә ремонтты тамамланы.

ЛУГАНСКТАҒЫ М. ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘКТӘП ТУЛЫҺЫНСА ЯҢЫРТЫЛҒАНДАН ҺУҢ БАЛАЛАРҘЫ ҠАРШЫЛАНЫ
ЛУГАНСКТАҒЫ М. ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘКТӘП ТУЛЫҺЫНСА ЯҢЫРТЫЛҒАНДАН ҺУҢ БАЛАЛАРҘЫ ҠАРШЫЛАНЫ

1 сентябрь балалар Петровск ҡалаһында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге тулыһынса ремонтланған мәктәпкә барҙы. Уны тергеҙеүҙә Башҡортостандан үҙ теләктәре менән Луганскҡа юлланған оҫталар ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша Донбасстың уҡытыусыларын һәм балаларын Белем көнө һәм яңы уҡыу йылының башы менән ҡотланы.

“Беҙҙең өсөн ҡәҙерле Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән мәктәптең Белем көнөнә тулыһынса әҙер булыуы ҡыуаныслы. Мәктәптә бер нисә тапҡыр булырға тура килде, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Донбассты һаҡлаған 112-се Башҡорт атлы дивизияһының легендар командиры Шайморатов һәм уның яугирҙарының яҡты иҫтәлеген һаҡлауығыҙҙы беләм”, - тине ул.

Башлыҡ шулай уҡ Луганск халҡына 1 сентябрь Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булған Тамерлан Илһамов хөрмәтенә таҡтаташ асыуҙары хаҡында хәбәр итте:

“Ул Донбасс халҡын һаҡлап ғүмерен фиҙа ҡылды. Хәрби операцияла Башҡортостандан күп яугирҙар ҡатнаша, шуға күрә беҙҙе туғанлыҡ ептәре, оҙаҡ йылдарға һуҙылған дуҫлыҡ һәм теләктәшлек бәйләй. Петровсктағы яңыртылған мәктәптең асылыуы – республикабыҙҙың улдары хаҡында хәстәрлек күреүегеҙ өсөн беҙҙән рәхмәт һәм ихтирам ишараһы”.

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се һанлы Петровск урта мәктәбе директоры Гөлназ Серова үҙ сиратында Башҡортостан халҡын Белем көнө менән тәбрикләне һәм мәктәпте ремонтлауҙа, уны кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәткән Башҡортостанға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.

Башҡортостан шулай уҡ мәктәпкә йыһаздар һәм уҡыу өсөн ҡулайламалар алыуҙа ла ярҙам ҡулын һуҙҙы.

ЛУГАНСКТАҒЫ М. ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘКТӘП ТУЛЫҺЫНСА ЯҢЫРТЫЛҒАНДАН ҺУҢ БАЛАЛАРҘЫ ҠАРШЫЛАНЫ
ЛУГАНСКТАҒЫ М. ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘКТӘП ТУЛЫҺЫНСА ЯҢЫРТЫЛҒАНДАН ҺУҢ БАЛАЛАРҘЫ ҠАРШЫЛАНЫ
ЛУГАНСКТАҒЫ М. ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘКТӘП ТУЛЫҺЫНСА ЯҢЫРТЫЛҒАНДАН ҺУҢ БАЛАЛАРҘЫ ҠАРШЫЛАНЫ
ЛУГАНСКТАҒЫ М. ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘКТӘП ТУЛЫҺЫНСА ЯҢЫРТЫЛҒАНДАН ҺУҢ БАЛАЛАРҘЫ ҠАРШЫЛАНЫ
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: