+5 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2022, 18:36

ӘЛЛӘ ҠАЙҘАН БАЛҠЫП ТОРА

Ҡалтасыла икенсе һанлы урта мәктәп уҡыусылары яңы уҡыу йылын тулыһынса ремонтланған белем усағында башланы.

ӘЛЛӘ ҠАЙҘАН БАЛҠЫП ТОРА
ӘЛЛӘ ҠАЙҘАН БАЛҠЫП ТОРА

Авария хәлендә булған мәктәпте 1 майҙа ремонтҡа ябалар.

1991 йылда уҡ төҙөлгән белем усағында түбә таҡталарын, иҙәндәрҙе, тәҙрәләрҙе  алмаштыралар, диуарҙарҙы йылыталар, уҡыу кластарын төҙөкләндерәләр. Кластарҙы хәҙер яңы йыһаздар һәм өр-яңы компьютерҙар биҙәй. Йылылыҡ, электр, һыу менән тәьмин итеү системалары ла тулыһынса яңыртылған.

Ауылға ингәс тә заманса дизайн буйынса яңыртылған мәктәп әллә ҡайҙан күҙгә салына, быны Ҡалтасы район үҙәгендә йәшәгәндәр ҙә, ҡунаҡтар ҙа, балаларҙың ата-әсәләре лә билдәләй.

1 сентябрь өр-яңы мәктәпкә 32 беренсе класс уҡыусылары аяҡ баҫты, йәмғеһе белем усағында 322 бала уҡый.  

ӘЛЛӘ ҠАЙҘАН БАЛҠЫП ТОРА
ӘЛЛӘ ҠАЙҘАН БАЛҠЫП ТОРА
ӘЛЛӘ ҠАЙҘАН БАЛҠЫП ТОРА
ӘЛЛӘ ҠАЙҘАН БАЛҠЫП ТОРА
ӘЛЛӘ ҠАЙҘАН БАЛҠЫП ТОРА
ӘЛЛӘ ҠАЙҘАН БАЛҠЫП ТОРА
ӘЛЛӘ ҠАЙҘАН БАЛҠЫП ТОРА
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: