+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2022, 19:40

БУЛАСАҠ ТЫНЫСЛЫҠ ҺАҠСЫЛАРЫ

Башҡорт кадет корпусына быйыл 90 үҫмер ҡабул ителгән. Улар Ишембай ҡалаһына Башҡортостандан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан республикаһынан да йыйылған.

БУЛАСАҠ ТЫНЫСЛЫҠ ҺАҠСЫЛАРЫ
БУЛАСАҠ ТЫНЫСЛЫҠ ҺАҠСЫЛАРЫ

1 сентябрь Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусында тантаналы сафҡа теҙелеү үтте.

Линейканы Башҡортостандың федераль инспекторы Алексей Касьянов асты, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан тәбрикләү һүҙҙәре еткерҙе.

Тантанала шулай уҡ Башҡортостан Башлығының кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ҡатнашты, ул кадеттарҙы белем байрамы менән ҡотланы.

- Башҡорт батальондарының береһе Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың исемен йөрөтә. Кадеттарҙың сафтарында батальон яугирҙарының береһенең улын күреүе уғата ҡыуаныслы. Был быуындар бәйләнеше. Һеҙҙе яҡшы уҡырға, тәртип һаҡларға саҡырам, - тине ул.

Башҡорт кадет корпусына быйыл 90 үҫмер ҡабул ителгән. Улар Ишембай ҡалаһына Башҡортостандан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан республикаһынан да йыйылған. Йәмғеһе алтынсы кластан алып ун беренсе класҡа тиклем бында 300 кадет уҡый. Араларында күп балалы, әҙ тәьмин ителгән йәки атайҙары хәрби бурыстарын үтәгән ғаиләләрҙән дә балалар бар.

Башҡорт кадет корпусын тамамлағандар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, хоҡуҡ һаҡлау органдары, Рәсәйҙең Оборона министрлығы йүнәлештәре буйынса юғары уҡыу йортонда белемдәрен камиллаштырыуын уңышлы дауам итә.

БУЛАСАҠ ТЫНЫСЛЫҠ ҺАҠСЫЛАРЫ
БУЛАСАҠ ТЫНЫСЛЫҠ ҺАҠСЫЛАРЫ
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: