1 сентябрь Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр ижади индустрия мәктәбе асыла.
Анимация һәм 3D-графика, тауыш режиссураһы һәм тауыш дизайны, замана электрон музыкаһы, фото һәм видео йүнәлештәре буйынса дүрт студияны үҙ эсенә алған мәктәптең эшмәкәрлеге Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында бойомға ашырыла.
Мәктәпкә 12 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге балалар ҡабул ителә. Яңы уҡыу йылындағы ағымға яҡынса 80 кеше йыйылған.
Йәмғеһе быйыл Рәсәйҙә 32 төбәктә 32 ижади индустрия мәктәбен асырға йыйыналар. 2024 йылға мәктәптәр һаны 86-ға тиклем артасаҡ.
Элек бындайыраҡ мәктәптәрҙә студенттар ғына белемдәрен камиллаштыра алһа, хәҙер бындай мөмкинлек мәктәп уҡыусылары өсөн дә булдырылған.