+1 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2022, 19:46

Ҡурғандағы кескәй милләттәштәребеҙ мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнерме?

Ҡурған мәктәптәрендәге башҡорт кластары өсөн уҡыу әсбаптары һәм стендтар тапшырҙылар.

Күптән түгел Ҡурған өлкәһендә Башҡортостандан делегация булып ҡайтты.

Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан республикаһы вәкиле Әлфир Байымов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Рөстәм Баянов, Башҡортостандағы Мәғариф министрлығы белгесе Гөлсөм Дилмөхәмәтова Ҡурған өлкәһенең Сафакүл, Әлмән районы хакимиәте, Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашты.

Уртаға һалып һөйләшеүҙә Ҡурған өлкәһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы ойоштороу, милли традицияларҙы һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау хаҡында һүҙ барҙы.

Башҡортостандан делегация ҡурғандарға уҡыу әсбаптары, стендтар, урындағы йәмәғәт ойошмаларына милли кейемдәр тапшырҙы.

Ҡурғандағы кескәй милләттәштәребеҙ мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнерме?
Ҡурғандағы кескәй милләттәштәребеҙ мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнерме?
Ҡурғандағы кескәй милләттәштәребеҙ мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнерме?
Ҡурғандағы кескәй милләттәштәребеҙ мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнерме?
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: