+23 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2022, 23:54

«Торатау» конгресс-холында «Башҡортостан тарихында - ауыл тарихы» проектының презентацияһы үтте

Билдәле ғалим-тарихсы, профессор Әнүәр Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә арналған был проект 2021 йылдың авгусынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

«Торатау» конгресс-холында  «Башҡортостан тарихында - ауыл тарихы» проектының презентацияһы үтте
«Торатау» конгресс-холында «Башҡортостан тарихында - ауыл тарихы» проектының презентацияһы үтте

Республика властары тарихи хәтерҙе һәм халыҡ мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә. Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Баҙранов тәбрикләне:

- Радий Хәбировтың идара итеү командаһы хәтер мәҙәниәтенә, мемориаль эшенә, республикабыҙҙың тарихын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә. 2019 йылдан был йүнәлештә оҙайлы сроклы программа эшләй башланы. Мәҫәлән, быйыл Шүлгәнташ музей комплексы асылды, ә алдағы йылдарҙа Күсмә цивилизациялар музейы барлыҡҡа киләсәк. Әлеге «Башҡортостан тарихында ауыл тарихы» проекты һәм тыуған яҡты өйрәнеүгә ярҙам - был эштең дауамы. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр - тарихи хәтерҙе һаҡлау эшенә бар көсөн һалған кешеләр. Ауылдарҙың тарихын, тыуған яҡты өйрәнеү халыҡтарыбыҙҙың рухи мираҫын һәм ғаилә тарихын һаҡлау күҙлегенән мөһим. Хәҙер урбанизация тенденцияһы арта, был ауыл халҡының кәмеүенә һәм ауылдарҙың юҡҡа сығыуына килтерә. Әммә, минең ҡарашҡа, был ауылдарҙың тарихы юғалырға тейеш түгел, сөнки унда беҙҙең тамырҙарыбыҙ: ырыу тарихы, ғаиләләр тарихы һәм халыҡтар тарихы һаҡлана, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азат Шамил улы.

 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлауҙа тиклем мөһим роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Журналист булған саҡта уҡ тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән күп аралаштыҡ, берлектәге проекттар әҙерләнек, хәҙер иһә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге барышында хеҙмәттәшлекте дауам итәбеҙ. Шуға күрә тыуған төйәген яратмаған кеше юҡ, тип әйтә алам. Беҙҙең ҙур Ватаныбыҙ тап ошондай бәләкәй киҫәктәрҙән йыйыла бит, - тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.

«Торатау» конгресс-холында  «Башҡортостан тарихында - ауыл тарихы» проектының презентацияһы үтте
«Торатау» конгресс-холында  «Башҡортостан тарихында - ауыл тарихы» проектының презентацияһы үтте
«Торатау» конгресс-холында  «Башҡортостан тарихында - ауыл тарихы» проектының презентацияһы үтте
«Торатау» конгресс-холында  «Башҡортостан тарихында - ауыл тарихы» проектының презентацияһы үтте
«Торатау» конгресс-холында «Башҡортостан тарихында - ауыл тарихы» проектының презентацияһы үтте
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: