+29 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Август 2022, 18:07

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫН ЯҢЫРТЫЛҒАН МӘКТӘПТӘ БАШЛАЙҘАР

Мәктәп тулыһынса яңыртылған, ҡыҙҙар һәм малайҙар уны танымай ҙа торор әле.

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫН ЯҢЫРТЫЛҒАН МӘКТӘПТӘ БАШЛАЙҘАР
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫН ЯҢЫРТЫЛҒАН МӘКТӘПТӘ БАШЛАЙҘАР

Хәйбулла районы Маҡан урта дөйөм белем биреү мәктәбе быйыл 111 балаға һәм 18 уҡытыусыға ишектәрен аса. Тулыһынса ремонт федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға башҡарылған.

1961 йылда уҡ төҙөлгән мәктәп күптән ремонт талап иткән. Үҙгәртеп ҡороу ярҙамында өлөшләтә ҡыйығы яңыртылған, тәҙрәләр тулыһынса алмаштырылған, иҙәндәр, түбә таҡталары төҙөкләндерелгән, яңынан электр уты үткәрелгән, елләтеү системаһы ҡуйылған, һыу үткән.

Парталар, ултырғыстар, йомшаҡ йыһаз, компьютерҙар, проекторҙар - барыһы ла яңынан алынған, ОБЖ кабинеты тулыһынса яңыртылған.

Мәктәп әҙер, унда балалар сифатлы һәм уңайлы шарттарҙа белем алһын өсөн барыһы ла бар хәҙер.

 

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫН ЯҢЫРТЫЛҒАН МӘКТӘПТӘ БАШЛАЙҘАР
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫН ЯҢЫРТЫЛҒАН МӘКТӘПТӘ БАШЛАЙҘАР
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫН ЯҢЫРТЫЛҒАН МӘКТӘПТӘ БАШЛАЙҘАР
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫН ЯҢЫРТЫЛҒАН МӘКТӘПТӘ БАШЛАЙҘАР
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫН ЯҢЫРТЫЛҒАН МӘКТӘПТӘ БАШЛАЙҘАР
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: