+17 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2022, 14:13

"Башҡорт ихатаһы аша миллионға яҡын кеше үтте"

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре тамамланды. 

"Башҡорт ихатаһы аша миллионға яҡын кеше үтте"
"Башҡорт ихатаһы аша миллионға яҡын кеше үтте"

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре бара. Сара сиктәрендә баш ҡала халҡы, ҡунаҡтары, Мәскәүҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концерт менән сығыш яһаны.

Рәсәй географик ойошмаһы фестиваленең төп сәхнәһен беҙҙән "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары, "Zainetdin"  шоу-проекты, "Хазина" этно-төркөмө сағыу йыр-моңдары, бейеүҙәре менән биҙәне.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова "Сара сиктәрендә Башҡортостандың бай мәҙәни мираҫы менән таныштырабыҙ" тип белдерҙе.

Мәскәүҙәге Башҡортостан Республикаһы көндәрендә Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов та булды.

"Беҙ сараның һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәтбеҙ. Башҡорт ихатаһын миллионға яҡын кеше ҡараны. Күргмәбеҙ тағы бер нисә көн эшләйәсәк әле. Мәҙәниәтебеҙҙе бар яҡлап та күрһәттек, туристик потенциал хаҡында ла күп һүҙ алыр барҙыҡ, Янғантау, Торатау геопарктары менән таныштырҙыҡ. Кешеләр киләләр, ҡыҙыҡһыналар, нисек Башҡортостанға, был геопарктарға нисек барып етергә тип ҡыҙыҡһына", - тине ул.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: