Мәскәүҙәге “Зарядье” паркында үткән Рәсәй географик ойошмаһы фестивалендә Башҡортостандан делегация ҡатнаша.
Ун көн дауам иткән Фестивалдә Төп сәхнәлә фольклор коллективатары сығыш яһаһа, Лекторийҙарҙа мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре уҙа.
Проекттың төп маҡсаты – Рәсәй төбәктәренең төрлөлөгөн сағылдырыу һәм халыҡта ил буйлап сәйәхәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Башҡортостан делегацияһы фестиваль ҡунаҡтарын һәм бар теләүселәрҙе башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм мәҙәниәте менән таныштыра.
Кремль стенаһына терәлеп тиерлек башҡорт тирмәһе ҡоролған. Башҡорт ихатаһы ла бар – ул быуаттар төпкөлөнән килгән башҡорт халҡының көнкүрешен сағылдыра, тарихты тергеҙә.
“Һабантуй” спорт-уйын программаһы ла ҡаралған.
Рәсәй географик ойошмаһы фестивале сиктәрендә башҡорт тарихы, мәҙәниәте, көнкүреше менән танышыу – балаларҙа Рәсәй халыҡтарына ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн шәп ысул.