Балалар бик ҡыҙыҡһыныусан була. Уларға бөтә нәмә нәмә ҡыҙыҡ, барыһын да ауыҙға ҡабып, тешләп, тәмләп, тикшереп ҡарарға кәрәк.
Йәрмәкәй районында бер йәше тулып килгән бала майҙы йыуып төшөрә торған шыйыҡса эсеп ағыуланған. Хәлде аңлаған әсә медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Табиптар баланы тикшергәндән һуң ауыҙҙың лайлалы тиресәһе, йотҡолоҡ, тамаҡ, ҡыҙыл үңәс янған (химик бешеү) тигән диагноз ҡуйған. Малайҙы тиҙ арала Республика балалар клиник дауаханаһына алып килгәндәр. Кескәй пациенттың хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана: сабый үҙаллы ашай. Әле ул табиптар күҙәтеүе аҫтында.