+18 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2022, 12:25

Владимир Путин илдә «Герой-әсә» исемен булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Документҡа ярашлы, Рәсәйҙә 10 һәм унан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата премия алыу хоҡуғына эйә.

Владимир Путин илдә «Герой-әсә» исемен булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин илдә «Герой-әсә» исемен булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә «Герой-әсә» исемен булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған,

тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. Документҡа ярашлы, Рәсәйҙә 10 һәм унан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата премия алыу хоҡуғына эйә.

Бынан тыш, хәҙер «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләгәндә ата-әсәләрҙең йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алғандарҙың береһенә бер тапҡыр 200 мең һум түләнә.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: