Хәҙер белем биреү эшмәкәрлегенә лицензияһы булған шәхси эшҡыуарҙар тарафынан ойошторолған балалар баҡсалары хеҙмәттәре, түңәрәктәр, секциялар өсөн әсәлек капиталы менән түләргә мөмкин.
Әсәлек капиталын белем биреүгә файҙаланыу ҡағиҙәләре:
сертификатты алғандан һуң тура әсәлек капиталын балалар баҡсаһы өсөн түләүгә тотонорға мөмкин;
әсәлек капиталы тәғәйенләнгән балаға өс йәш тулғас, мәктәптә, вузда, колледжда йәки түңәрәктәр өсөн түләүгә файҙаланып була;
уҡый башланғанда бала 25 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш;
мәғариф ойошмаһы Рәсәй биләмәһендә урынлашырға һәм мәғариф хеҙмәттәрен күрһәтеүгә лицензияһы булырға тейеш.
Тулыраҡ https://pfr.gov.ru/branches/bashkortostan/ сайтында танышырға була.
Бынан тыш, Рәсәй Пенсия фондының төбәк бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса белешергә мөмкин; 8 (800) 600-02-21.
Мәғлүмәт тураһында тағы тулыраҡ карточкаларҙа.