-2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Август 2022, 09:49

Луганск мәктәптәренең береһе яҡташыбыҙ Сафа Хәсәновтың исемен йөрөтәсәк

ЛНР-ҙан килгән ҡунаҡтар Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновтың тыуған яғы Стәрлебаш районына барып, Йәлембәт мәктәбе менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Луганск мәктәптәренең береһе яҡташыбыҙ Сафа Хәсәновтың исемен йөрөтәсәк
Луганск мәктәптәренең береһе яҡташыбыҙ Сафа Хәсәновтың исемен йөрөтәсәк

Башҡортостанға Луганск Халыҡ Республикаһынан эш сәфәре менән килгән делегация составында Красный Луч ҡалаһының 29-сы мәктәбе директоры Елена Борзых менән Петровский ҡалаһының генерал-майор Минеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе директоры Гөлназ Серова ла бар.

Ҡунаҡтар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә ҡатнашты. Мәктәп балалары менән берлектә Хәтер һәм хәрби дан аллеяһында Сафа Хәсәнов ҡәберлегенә сәскә һалды. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Тимерйән Рәжәпов ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ноябрь айында Эльвира Айытҡолова Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығына мәктәптәрҙең береһенә Сафа Хәсәновтың исемен биреү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт иткәйне.

«Быныһы Башҡортостан менән ЛНР мәктәптәре араһындағы икенсе килешеү инде. Яңыраҡ Рәми Ғарипов исемендәге гимназия һәм Минеғәле Шайморатов исемендәге мәктәп араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был тәжрибә Рәсәйҙең башҡа мәктәптәре өсөн дә өлгө буласаҡ», – тине депутат.

Елена Борзых әйтеүенсә, ҡала Советы депутаттары ултырыштарҙың береһендә Красный Луч ҡалаһындағы 29-сы мәктәпкә Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновтың исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Мәктәптә башҡорт батырының биографияһын һәм тарихын өйрәнеү дауам итә.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: