+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Август 2022, 09:55

Асҡын ауылында 45 кеше яңы фатир асҡысы алды

Асҡын ауылында авария хәлендә йәшәгән 45 кеше граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса 2019-2023 йылдарға иҫәпләнгән адреслы программаның  алтынсы этабы буйынса ваҡытынан алда төҙөлгән беренсе йорттарҙан фатир алды. Программа “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Әле 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип табылған  күп фатирлы биш йортта йәшәүселәр яңы фатирлы булды.

Асҡын ауылында 45 кеше яңы фатир асҡысы алды
Асҡын ауылында 45 кеше яңы фатир асҡысы алды


Был шатлыҡлы ваҡиға менән Асҡын халҡын Авариялы торлаҡ фонды мониторингы үҙәге директоры Виталий Гайдук ҡотланы һәм:

- Яҡын арала авария хәлендәге торлаҡтан тағы 74 кешене яңы йорттарға күсереү планлаштырыла. Дөйөм алғанда, адреслы программа буйынса бөгөн 13 йорт төҙөлә, 1,5 мең самаһы кеше фатир көтә, - тип киләһе пландар менән таныштырҙы.

Өй туйлаусыларҙы ҡотлап, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов яңы йорттарҙың ауылдың әүҙем үҫешкән биҫтәһендә урынлашыуын билдәләне.

Халыҡ, үҙ сиратында, республика етәкселегенә, БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына һәм Асҡын районы хакимиәтенә проблемаларҙы хәл иткән һәм уларҙы ваҡытынан алда авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһына индергән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Асҡындағы авария хәлендәге күп фатирлы  ағас йорттар  үткән быуаттың илленсе йылдарында төҙөлгән. Нигеҙҙәре серегән, уңайлыҡтары булмаған, газһыҙ өйҙә йәшәгән халыҡ хәҙер йәшәү өсөн бөтә шарттар булған фатирҙарҙа йәшәйәсәк. Объектты төҙөүсе “УралУниверсалСтрой” йәмғиәте 627 квадрат метр майҙандағы яңы фатирҙарҙы ваҡытынан алда тапшырҙы.

Фото: VK.com

Асҡын ауылында 45 кеше яңы фатир асҡысы алды
Асҡын ауылында 45 кеше яңы фатир асҡысы алды
Асҡын ауылында 45 кеше яңы фатир асҡысы алды
Асҡын ауылында 45 кеше яңы фатир асҡысы алды
Асҡын ауылында 45 кеше яңы фатир асҡысы алды
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: