+14 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Август 2022, 19:12

Йыл аҙағында «Рәсәй 1» телеканалында «Класс темаһы» конкурсы уҙасаҡ

Башҡортостандан унда ике уҡытыусы ҡатнаша.

Йыл аҙағында «Рәсәй 1» телеканалында «Класс темаһы» конкурсы уҙасаҡ
Йыл аҙағында «Рәсәй 1» телеканалында «Класс темаһы» конкурсы уҙасаҡ

2022 йылдың аҙағында «Рәсәй 1» телеканалы эфирында Рәсәйҙең иң һәләтле һәм үҙенсәлекле уҡытыусылары «Класс темаһы» шоуында ҡатнаша. Конкурс нигеҙендә ете педагог һайлап алынасаҡ, улар тура эфирҙа математика, химия, биология, география, тарих, физика, рус теле һәм әҙәбиәте буйынса популяр медиа шәхестәргә дәрестәр үткәрәсәк.

Башҡортостандан ике уҡытыусы ҡатнаша - Октябрьский ҡалаһының 22-се мәктәбенән инглиз теле уҡытыусыһы Айгөл Биктимер ҡыҙы Хажиева һәм Мәләүез ҡалаһының 8-се мәктәбенән география уҡытыусыһы Наталья Евгеньевна Ҡунаҡбаева. Улар ваҡытында заявка бирҙе, үҙҙәренең предметтары буйынса тест үтте, видеовизиткалар яҙҙырҙы.

- Йәмғиәттең прогрессив үҫешендә уҡытыусының роле бик ҙур, - тип билдәләй Айгөл Хажиева. - Ул йәш быуынды тәрбиәләй. Эйе, йәмғиәттең уҡытыусыға талаптары үҫә бара. Йәмғиәт үҫешенә уҡытыусының индергән өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ. Шуға күрә лә уҡытыусының статусын йәмғиәт алдында күтәрергә, телевидениела һәм Радиола аңлатыу тапшырыуҙарын, журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә мәҡәләләр һанын арттырырға кәрәк, тип иҫәпләйем.

«Класс темаһы» форматындағы конкурстар уҡытыусыларға ла, йәмғиәткә лә мауыҡтырғыс һәм файҙалы, тип иҫәпләй Наталья Ҡунаҡбаева.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: