+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Август 2022, 08:26

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлә

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә белдерҙе.

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлә
Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлә

- Инорста ике меңгә тиклем уҡыусыны һыйҙырған һәм дөйөм майҙаны егерме биш мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән мәктәп төҙөлә, был Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп, - тип хәбәр итә Азат Баҙранов. - Заманса мәктәп бинаһы ул ябай парталар һәм класс таҡталарынан ғына тормай, унда робототехника һәм компьютерлаштырылған техника, шулай уҡ төрлө лаборатория комплекстары бар. Ошоларҙың барыһы ла булмайынса, яңы мәктәптәр файҙаланыуға тапшырылмай.

Азат Баҙранов билдәләүенсә, санкция баҫымы мәктәпте төҙөү һәм тапшырыу ваҡытын кисектерҙе.

- Байтаҡ материалдар һәм ҡорамалдар 10-20 тапҡырға ҡыйбатланды. Быларҙың барыһы ла проблемалар тыуҙырҙы, ләкин, хеҙмәттәштәребеҙ менән фекер алышҡандан һуң, кәрәкле ҡарарҙарға килә алдыҡ, - тине Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры. - Уҡыу йылының өсөнсө сирегендә Инорс балалары яңы мәктәптә белем ала башлаясаҡ.

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлә
Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлә
Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлә
Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлә
Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлә
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: