+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Август 2022, 08:44

БОРОНҒО ДӨЙӘ ҺҮРӘТЕ ҠАЙҘА ТАБЫЛҒАН?

Әлбиттә Шүлгәнташ мәмерйәһендә! Бөгөн ошо уҡ исемле тарихи-мәҙәни музей менән ихлас танышҡан балалар бының хаҡта яҡшы хәбәрҙар, улай ғына түгел, үҙҙәре лә ул дөйәне, башҡа януарҙарҙы, мифик геройҙарҙы һүрәткә төшөрөп "Боронғо дөйә" һүрәттәр конкурсында еңеү яуланылар.

БОРОНҒО ДӨЙӘ ҺҮРӘТЕ ҠАЙҘА ТАБЫЛҒАН?
БОРОНҒО ДӨЙӘ ҺҮРӘТЕ ҠАЙҘА ТАБЫЛҒАН?


Ошо ҡаҙаныштары уларҙы "Шүлгәнташ" музейына алып килде.

Балаларға Нәркәс апайҙары музей буйлап бик мауыҡтырғыс, фәһемле экскурсия үткәрҙе.
Улар интерактив ярҙамында үҙҙәре лә һүрәт төшөрөп ҡараны, мәмерйәнең эстәлеге, тәүтормош кешеләренең йәшәү рәүештәре, уларҙың Шүлгәнташ мәмерйәһендә бынан 20 мең йылдан ашыу элек табылған һүрәттәре менән танышты.

Шуныһы ҡыуаныслы: теге айҙа ғына тәү башлап ишектәрен асҡан "Шүлгәнташ" музейында балаларҙың иғтибарын яулау өсөн бөтә нәмә лә бар, хатта мәмерйәнең лего конструкторын да эшләп ҡуйғандар!
 
Айгөл ҒӘБИТОВА. 
 
БОРОНҒО ДӨЙӘ ҺҮРӘТЕ ҠАЙҘА ТАБЫЛҒАН?
БОРОНҒО ДӨЙӘ ҺҮРӘТЕ ҠАЙҘА ТАБЫЛҒАН?
БОРОНҒО ДӨЙӘ ҺҮРӘТЕ ҠАЙҘА ТАБЫЛҒАН?
БОРОНҒО ДӨЙӘ ҺҮРӘТЕ ҠАЙҘА ТАБЫЛҒАН?
БОРОНҒО ДӨЙӘ ҺҮРӘТЕ ҠАЙҘА ТАБЫЛҒАН?
БОРОНҒО ДӨЙӘ ҺҮРӘТЕ ҠАЙҘА ТАБЫЛҒАН?
БОРОНҒО ДӨЙӘ ҺҮРӘТЕ ҠАЙҘА ТАБЫЛҒАН?
БОРОНҒО ДӨЙӘ ҺҮРӘТЕ ҠАЙҘА ТАБЫЛҒАН?
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: