-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Август 2022, 08:38

"БОРОНҒО ДӨЙӘ" КОНКУРСЫНДА ЕҢГӘН БАЛАЛАР ШҮЛГӘНТАШҠА ЙЫЙЫЛДЫ

Бөрйән ере кисә туристарҙан тыш тағы ла үтә ҡәҙерле ҡунаҡтар йыйҙы: "Аҡбуҙат" журналы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге ойошторған балалар араһында үткән "Боронғо дөйә" республика һүрәттәр конкурсы еңеүселәре өр-яңы "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музейында.

"БОРОНҒО ДӨЙӘ" КОНКУРСЫНДА ЕҢГӘН БАЛАЛАР ШҮЛГӘНТАШҠА ЙЫЙЫЛДЫ
"БОРОНҒО ДӨЙӘ" КОНКУРСЫНДА ЕҢГӘН БАЛАЛАР ШҮЛГӘНТАШҠА ЙЫЙЫЛДЫ


Ойоштороусылар тарафынан еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте, "Аҡбуҙат"тың баш мөхәррире Лариса Абдуллина, музей директоры Фәүзил Маликов, Дүртөйлө һынлы сәнғәт мәктәбе директоры Эльза Рәхмәтуллина лауреаттарҙы тәбрикләне.

Бөрйәндән музыкаль сәләм — Самира Әбдрәхимова йәштәштәрен бейеү арҡылы ҡотланы, балалар дәртләнеп кемуҙарҙан шиғыр һөйләп ташланы. Ошо конкурста еңгән ағаһы Илмир Аҫылғужиндың шатлығын уртаҡлашырға килгән Ғәлиәкбәрҙән Айсын исемле ҡыҙыҡай, кескәй булыуына ҡарамаҫтан, "Урал батыр" эпосынан өҙөк ятлап ишеттерҙе.

"Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музейы директоры урынбаҫары, ғалим Николай Григорьев балаларға ентекләп Шүлгәнташ мәмерйәһе хаҡында, ҡурсаулыҡ тураһында һөйләне.

Кескәй рәссамдар, ҡунаҡтар "Урал батыр" йәнһүрәтен ҡараны.

Балалар артабан музей буйлап экскурсияға юлланды. Уларҙы Шүлгәнташ мәмерйәһенең үҙенә лә мауыҡтырғыс сәйәхәт көтә.

Айгөл ҒӘБИТОВА.

"БОРОНҒО ДӨЙӘ" КОНКУРСЫНДА ЕҢГӘН БАЛАЛАР ШҮЛГӘНТАШҠА ЙЫЙЫЛДЫ
"БОРОНҒО ДӨЙӘ" КОНКУРСЫНДА ЕҢГӘН БАЛАЛАР ШҮЛГӘНТАШҠА ЙЫЙЫЛДЫ
"БОРОНҒО ДӨЙӘ" КОНКУРСЫНДА ЕҢГӘН БАЛАЛАР ШҮЛГӘНТАШҠА ЙЫЙЫЛДЫ
"БОРОНҒО ДӨЙӘ" КОНКУРСЫНДА ЕҢГӘН БАЛАЛАР ШҮЛГӘНТАШҠА ЙЫЙЫЛДЫ
"БОРОНҒО ДӨЙӘ" КОНКУРСЫНДА ЕҢГӘН БАЛАЛАР ШҮЛГӘНТАШҠА ЙЫЙЫЛДЫ
"БОРОНҒО ДӨЙӘ" КОНКУРСЫНДА ЕҢГӘН БАЛАЛАР ШҮЛГӘНТАШҠА ЙЫЙЫЛДЫ
"БОРОНҒО ДӨЙӘ" КОНКУРСЫНДА ЕҢГӘН БАЛАЛАР ШҮЛГӘНТАШҠА ЙЫЙЫЛДЫ
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: